Йәмғиәт
25 Сентябрь 2025, 06:25

Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!

“Юлдаш” радиоһы 25 йыллығын билдәләй. Бөгөн ҙур концерт була, рәхим итегеҙ! 

Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!

Һәр иртәһен радио менән башлаған, уны юл буйы тыңлаған, эш аралаш та ҡолаҡ һалып йөрөгән кешеләр күп. Башҡортостанда был йышырағы “Юлдаш” радиоһы. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Ул күптән халыҡ һөйөүен яуланы, ошо йылдарҙа тормошобоҙҙа ныҡлы урын алды. Оҙаҡламай яратҡан “Юлдаш”ыбыҙ үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ҙур байрамдары алдынан "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрова менән әңгәмә ойошторҙоҡ.

– “Юлдаш” оҙаҡламай 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был милли радио өсөн күпме, әҙме? Юбилейҙы ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршы алаһығыҙ?

– Беҙ йәш саҡта 25, 50, 75 һәм 100 йәш тулғанда ғына юбилей була, тип өйрәтә торғайнылар. Хәҙерге замандың үҙ заңы, һәр түңәрәк дата – юбилей, һәр икенсе йырсы һәм яҙыусы халыҡ исеменә лайыҡ, хужабикәләр – йондоҙ, блогерҙар – мәғлүмәт сараһы. Радиола әлегә күберәге ”элекке” тәрбиә алған кешеләр эшләгәс, ҙур ышаныс менән әйтәбеҙ – 25 йыл ул ысын юбилей, милли радио өсөн айырыуса етди юбилей. Быны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та яҡшы аңлап, махсус күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Әле уның буйынса эш ҡайнай. Ҡаҙаныштарыбыҙ күп, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә еңеүҙәребеҙ бихисап, әммә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе – “халыҡсан радио”, “беҙҙең радио”,”республика тауышы” тигән исемдәребеҙ. Уларҙы тыңлаусы ҡушты, эшебеҙгә ошонан да юғарыраҡ баһа юҡтыр.

– Тарихҡа күҙ һалайыҡ әле. Кемдең тырышлығы менән асылды “Юлдаш”? Уға тиклем башҡорт телендә радио ҡайҙан тыңланды?

– Шишмә башына уҡ төшөп китһәк, Башҡортостанда радио тарихы, белеүегеҙсә, 1927 йылдың 7 ноябренә барып тоташа. Беренсе тапҡыр “Алло! Өфө һөйләй!” тигән һүҙҙәр яңғырай, 1928 йылдың авгусында республикала радио тулы ҡеүәттә эшләй башлай. Башта ул тик рус телендә һөйләй, бары Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1945 йылда, башҡортса концерттар бирә башлайҙар. Әммә һуңғараҡ та республиканың үҙ милли каналы булмай, бары федераль радиоларҙа ике сәғәт ваҡыт бирелә. Ошо танһыҡ ҡына ике сәғәт эсенә яңылыҡтар, төрлө тапшырыуҙар, концерттар инә. 1995 йылда ФМ йышлыҡтарҙа радио иртәнге 8.00-ҙән төнгө 12.00 сәғәткәсә эшләй башлағас, халыҡтың шатлығын аңлатып биргеһеҙ булғандыр, моғайын. Ә 2000 йылда “Юлдаш” радиоһы айырылып үҙаллы радиостанция булып киткәс, һуңғараҡ тәүлек әйләнәһенә үҙ телебеҙҙә һөйләй, үзебеҙҙең көй-моңдарҙы яңғырата башлағас, халыҡтың ни өсөн радио тирәләй тупланыуын аңларға мөмкин.

ХХ быуат аҙағы, ХХI быуат башы бөтә илдә радиостанциялар күпләп асылған, радио эше киң йәйелгән ваҡыт. Тап ошо мәлде беҙҙең республика етәкселеге лә ҡулдан ысҡындырмай, күп сығымдар талап ителеүенә ҡарамай, милли каналдар асыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан биләмәһен тулыһынса тиерлек ҡапларлыҡ 49 радиотапшырғыс ҡуйыла, 10 радиотапшырғыс милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше төбәктәргә урынлаштырыла. Телеүҙәктә студиялар ҡорола, ҡиммәтле ҡоролмалар ҡайтарыла, команда туплана, өлөшләтә уҡытыла. 2000 йылдың 25 сентябре хәтеремә мәңгелеккә бер тулҡынландырғыс мәл менән уйылып ҡалды. Был тойғо уға тиклем көн-төн канал сеткаһы өҫтөндә эшләү, программалау, биҙәлеш, сценарий яҙыуға ла бәйле түгел. Ул саҡтағы компания директоры Рәмис Дәүләтбаев менән радио етәксеһе Ғәлим Яҡуповтың республика Президентының кабинетында бөгөнгө эфирҙы тыңлар өсөн махсус рәүештә радиоалғыс ҡуйылыуы тураһындағы хәбәренән һуң иңдәргә ишелеп төшкән яуаплылыҡ тойғоһо ул. Йәшлек ҡурҡмай, тота ла эшләй. Әлеге аҡыл менән уйлаһаң, дәүләт кимәлендә яуаплылыҡ булған тип уйлап, ҡурҡып китәһең. “Юлдаш”тың тәүге аҙымдары томан эсендә үҙ һуҡмағын табырға ниәтләнгән кешене хәтерләтһә, аҙымдар тора-бара баҙыҡланды, ышаныс арта барҙы. Радиоға килгән һәр кеше үҙе менән тормош тәжрибәһен, белемен, уй-кисерештәрен алып килде, технологиялар, эш алымдары үҙгәрҙе. 25 йыл эсендә “Юлдаш” аяғында ныҡлап баҫып торған, үҙ һүҙе, үҙ йөҙө булған мәғлүмәт сараһына әйләнде. Ғорурлыҡ һәм тулы ышаныс менән әйтә алам, әлеге көндә “Юлдаш” – ул бренд. Ошо брендты булдырыуға нигеҙ һалғандарҙың, өлөш индергәндәрҙең һәммәһенең көндәре яҡты, һаулығы ныҡ булһын.

– Һеҙҙең бөгөнгө тыңлаусығыҙ кем ул? Күберәге кемгә йүнәлеш алып эшләйһегеҙ? Ҡайҙа тыңлайҙар һеҙҙе, күрше төбәктәргә сығаһығыҙмы?

– Башҡортса, татарса белгән, йәшәгән төбәгендә радиотапшырғыстар ҡуйылған, радиоалғыс алырға, йәки башҡа гаджеттарҙан, интернеттан тыңлау мөмкинлеге булған бар халыҡ тиһәм, фәстереү булмаҫ, моғайын. Шулай ҙа, ғәҙәттә, һәр радиостанцияның төп тыңлаусыһының портреты төшөрөлә, беҙҙеке ул 45 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ. Һуңғы йылдарҙа ир-егеттәрҙең артыуы һәм йәштәрҙең күпләп ҡушылыуы күҙәтелә, ә был ҡыуаныслы күренеш. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, ил киләсәге кеүек үк, һәр ойошманың да киләсәге йәштәргә бәйле.

Йүнәлешкә килгәндә, 2010 йылдан 2016 йылға тиклем “Ашҡаҙар” радиоһында эшләнем. Унда бер йүнәлеш – мәҙәниәт өлкәһе. Театрҙар, филармониялар, кино сәнғәте, фестивалдәр, композиторҙар, шағирҙар донъяһындағы яңылыҡтарҙы, үҙгәрештәрҙе күҙәтеп бараһың. Ошо ижади донъяла ҡайнайһың . Тыңлаусылар 50-нән юғары йәштәге, үҙ юлдарын тапҡан, тормошта урынлашҡан, мәңгелек ҡиммәттәрҙең ҡәҙерен белгән кешеләр категорияһы. Ә “Юлдаш”ҡа килгәндә инде, уның тыңлаусыларының йәш даирәһе лә, социаль ҡатлам да бик киң. Сабый балалар ҙа, уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә, олатай-өләсәләре лә үҙ итә. Бәйләнешкә күберәге ауыл кешеләре, ҡатын-ҡыҙҙар сыға, әммә һуңғы осорҙа эфирҙарҙа ир-егеттәрҙең, йәштәрҙең һәм ҡала кешеләренең әүҙемлек күрһәтеүе һиҙелә. Тапшырыуҙар бар ҡатламдарҙы ла күҙ уңында тотоп әҙерләнә. Шуға уларға бәйле тыңлаусыларҙан Тургеневса “атайҙар һәм балалар” проблемаһы күтәрелеп, дәғүә белдереүселәр табыла, йәғни йәштәргә өлкәндәр өсөн әҙерләнгәндәре, ҡарттарға йәштәр йырҙары, улар өсөн әҙерләнгән рубрикалар оҡшамай китә. Алтын урталыҡты тоторға тырышабыҙ. Иң мөһиме, тыңлаусыларыбыҙ битараф түгел. Бер генә үҙгәреш тә, яңылыҡ та, хата йәки яңылышлыҡ та иғтибарһыҙ ҡалмай. Шунда уҡ шылтыратыуҙар яуа башлай. Һәр кем фекерен, кәңәшен, теләген белдерергә теләй. Бигерәк тә аралашыуға саҡырған тапшырыуҙарҙы яраталар, ихлас ҡатнашалар. “Теге өсәү”, “Өфө һөйләй”, “Илһам ҡанаттарында”, “Юғалтыу-табыштарым”кеүек интерактив проекттарҙың популярлығы тәү сиратта халыҡтың уларҙа теләп ҡатнашыуынан да киләлер.

Радио тармағында ла конкуренция көслө. Өфөлә генә 30-ҙан ашыу радиостанция эшләй, республикала унан да күберәк. Рәсәйҙә улар һаны 3500 самаһы. Хәҙер интернет-радиолар ҙа үрсей. Ошо тиклем конкуренцияла үҙ тыңлаусыңды табып, уны ебәрмәй тотоу өсөн бик күп эфирҙан тыш та эшләргә, осрашырға, аралашырға кәрәк, әлбиттә.

– Бөгөн “Юлдаш”тың төп эш маҡсаты ниндәй? Сәйәси, социаль темалар күтәреләме? Күтәрелгәнен беләбеҙ, ә халыҡ уларҙы тыңлаймы? Йәки күберәк күңел асыу программалары, йыр-моң кәрәкме?

– Төп эш маҡсаты ябай – рухи аҙыҡ биреү, мәғлүмәтле итеү, берләштереү. “Юлдаш”ты ғаилә ағзаһы тейеүсе тыңлаусыларыбыҙ күп. Ни өсөн? Сөнки иртәнсәк уятабыҙ, һауа торошо, донъя, ил, республика хәл-торошонан һуңғы хәбәрҙәр менән таныштырабыҙ, юлдарҙағы хәлде аңғартып, йыр-моң менән эшкә оҙатабыҙ, көнө буйы дәртләнеп эшләрлек итеп кәйефте күтәрәбеҙ, әҙәби әҫәрҙәр, шиғри шәлкемдәр тыңлатып, уйландырабыҙ, радиосәйәхәттәр ойошторабыҙ, уйнатабыҙ, ашарға бешерергә өйрәтәбеҙ, юғалғандарҙы эҙләшәбеҙ, билдәле шәхестәр, белгестәр менән осраштырабыҙ, улар менән аралашыу мөмкинлеге бирәбеҙ, ҡәҙерле кешеләргә бүләк эшләргә ярҙамлашабыҙ, республикала уҙған фәһемле сараларға саҡырабыҙ, төрлө социаль акциялар, концерттар ойошторабыҙ, изге эштәргә өндәйбеҙ һәм башҡалар. Бының өсөн тыңлаусыға ваҡыт бүлергә лә, сығымдар сығарырға ла, шарттар булдырырға ла кәрәкмәй, бары төймәгә баҫып радионы ҡабыҙыу ҙа етә. Бигерәк тә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр радионы яҡын дуҫына, серҙәшенә әйләндерә.

Белеүегеҙсә, беҙ дәүләт радиоһы, дәүләт органдары менән халыҡты бәйләп тороусы еп, тип әйтәйек. Шуға ла закондар менән таныштырып барыу, власть вәкилдәре менән осраштырыу, ҡанундарға асыҡлыҡ индереү кеүек эште лә алып барабыҙ, бының өсөн махсус ижтимағи-сәйәси редакция, яңылыҡтар хеҙмәте бар.

Шулай уҡ өйҙәге, эштәге йәки машиналағы радиоалғыс аша һөйләп, йырлап ҡына торған радио үткәндәрҙә ҡалғандыр, тим, сөнки “Юлдаш”республика кимәлендә күп халыҡ ҡатнашлығында саралар ҙа уҙғара. Шуларҙан иң ҙурҙары – “Юлдаш йыры”, “ЮлдашХит”, “Һаумы, студент!”, “Беҙ бергә!” проекттары. Замандан артта ҡалырға теләмәгән һәр мәғлүмәт сараһы кеүек үк интернет киңлектәрендә ҙур эш алып барыла. “Бәйләнештә”, “Телеграмм”, “Одноклассники” мессенджерҙарында 200 меңдән ашыу яҙылыусыбыҙ бар, интернет киңлектәрендә беҙҙе еңел генә табырға, тыңларға, аралашырға мөмкин. Был тәү нәүбәттә республиканан ситтә йәшәүсе тыңлаусыларыбыҙ өсөн уңайлы.

Халыҡҡа тәү сиратта нимә кәрәклеге, ниндәй тапшырыуҙарға өҫтөнлөк биреүен белер өсөн ваҡыт-ваҡыты менән фокус-төркөмдәрҙән анкета тултыртып алабыҙ, район-ҡалаларҙағы осрашыуҙарҙа һорашабыҙ, рейтингтарҙы күҙәтәбеҙ, шунһыҙ мөмкин түгел. Тыңлаусыны күберәк нимә ҡыҙыҡһындырыуын белмәй башланыңмы, көнөң бөттө тигән һүҙ. Шуға был тәңгәлдә сос һәм уяу булырға кәрәк.

Тик күңел асыу программалары менән йыр-моң ғына кәрәк булған тыңлаусылар “Юлдаш”тың даими тыңлаусылары исемлегенә инмәйҙер тип уйлайым, беҙҙе күберәге фекерле, рухи аҙыҡҡа мохтаж, аң-зиһен кимәле юғары кешеләр тыңлай.

– Кемдәр улар, “Юлдаш”ты булдырыусылар? Коллектив тураһында һөйләп китегеҙ әле. “Йондоҙҙар” бармы?

– Йондоҙҙар – асманда, ерҙә – уңған, уңышлы, танылған кешеләр булыуы мөмкин. “Юлдаш”та эшләүселәр бөгөн техник хеҙмәткәрҙәр менән бергә 40 кеше. Уларҙың 10-15 генә эфирҙа, йәғни алғы һыҙыҡта, ҡалғандары ошо эфирҙарҙы профессиональ кимәлдә тәьмин итеүселәр, һәр ҡайһыһы үҙ урынында, ҙур яуаплылыҡ тойоп, тырышып эшләүселәр. Ҡатмарлы механизмдың шөрөптәре кеүек, һәр ҡайһыһы үтә кәрәкле. Коллектив тураһында әйткәндә, тәү сиратта күсәгилешлекте телгә алырға кәрәктер. Хеҙмәткәрҙәрҙең йәш арауығы 23-65 йәш. Шуға йолалар, ғаилә тойғоһо, эшкә мөнәсәбәт, дуҫлыҡ, татыулыҡ, бер-береңә терәк булыу кеүек төшөнсәләр быуындан-быуынға күсә килә. Өлкәндәр йәштәрҙе тәрбиәләй, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һендерергә тырыша, йәштәр һәр саҡ яңы һулыш алып килә, һуңғы ваҡытта бигерәк тә үрсеп киткән технологиялар менән дуҫ. Ҙур проекттарҙы бергәләп төптән егелеп тартабыҙ. Ҙур эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн ситтән бер кеше лә саҡырылмай. Материаль яғын компания иңдәренә ала, ойоштороу эштәрен 24 сәғәтлек эфирҙы тәьмин иткән шул уҡ радио хеҙмәткәрҙәре башҡара. Улар бер ыңғайы тапшырыуын да эшләй, командировкаларға ла йөрөй, сценарийҙар яҙа, тура эфирҙар алып бара һәм эш араһында ошо проекттарҙы ла тормошҡа ашыра. Махсус хәрби операция башланғас иңгә иң терәү тойғоһо айырыуса ныҡ һиҙелде беҙҙә. Коллективта улдары, ирҙәре, ағалары, кейәүҙәре һуғышта булған кешеләр бар, Байтуллабыҙ үҙе теләп китте, әле лә унда, хәбәрселәребеҙ ҡыҙыу урындарға барып ҡайта. Шуға ҡул ярҙамы, тел ярҙамы, матди ярҙаммы – ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ.

“Ташҡа баҫылыу”мөмкинлеген файҙаланып, хеҙмәттәштәремдең күҙгә күренмәгән, күп осраҡта тәнҡит утына тотолған, һирәк маҡталған оло хеҙмәте өсөн мең рәхмәттәр еткерәм.

– Һеҙҙең үҙенсәлегегеҙ нимәлә? Рус телле радиоларҙағы кеүек көнәркәшлек бармы?

– Беҙҙең холдингта ғына йәмғеһе дүрт радио эшләй. Улар “Юлдаш”, “Ашҡаҙар”, “Спутник ФМ” һәм “Юлдаш+” интернет радиоһы. Һәр ҡайһыһының үҙ юлы, үҙ тыңлаусыһы, ниндәй ҙә булһа махсус саралары бар. Беҙҙән тыш республикала ғына түгел, илдә киң таралыу алған радио селтәрҙәр гөрләп эшләй. Әлеге лә баяғы интернет сәскә ата. Ғөмүмән, мәғлүмәт килтереүсе, өйрәтеүсе, ҡыҙыҡтырыусы, үҫтереүсе, арбаусы бөтә төрлө саралар ҙа конкурентлыҡ тыуҙыра ала. Әммә был тәбиғи, конкуренттарһыҙ, тәнҡитһеҙ үҫеш тә булмай. Беҙ һеҙҙең менән үрҙә телгә алған проекттар тап ана шул халыҡты йәлеп итеү саралары ла инде. Көндәлек сифатлы эш тураһында, халыҡсанлыҡ тураһында һүҙ ҡуйыртып тормайыҡ. Рус телле радиоларҙағы үҙ-ара мөнәсәбәттәргә иғтибар итмәгәс, икенсе һорауығыҙға сағыштырып яуап бирә алмам. Беҙҙә ғәмле, сәмле, эфир өсөн янып торған кешеләр эшләй, туҡтауһыҙ үҫешкән, уҡығандары, тимәк бөгөнгө үҙенән дә яҡшыраҡ булырға тырышҡандары байтаҡ. Команданың талаптары ҡаты, тәүҙә “беҙ”, аҙаҡ “мин” тигәнде яҡшы үҙләштергән  кешеләр генә тулы ағза булып, “Юлдаш” ғаиләһенә инеп китә ала.

– Беҙҙә йырсылар күп, уларға башҡорт радиоһына эләгеүе ауыр түгелме? Һәр теләгән йырҙы бирәһегеҙме, әллә һайлап алыу бармы?

– Күп йылдар инде радиола Художество советы ултырыштары ойошторола. Башҡортостан радиоһынан мираҫ булып күскән яҡшы йолаларҙың береһе. Ай йәки квартал һайын ( килгән яңы йырҙарҙың күплегенә ҡарап) профессиональ композиторҙар, шағирҙар, музыканттарҙы йыйып, йырҙарҙың сифатын, эфирға яраҡлығын тикшерәбеҙ. Йыр башҡарған, ижад иткән һәр кем йырын “Юлдаш”ҡа ебәрә ала, әммә ошо совет аша үткәндән һуң ғына улар эфирға алына һәм фондҡа һалына. Йәнә бер худсовет радио музыканттары, режиссерҙары ,продюсер, мөхәррирҙәренән төҙөлгән, унда эфирға уҙған яңы йырҙарҙан “ЮлдашХит” проектына үтерлектәре һайлана һәм ай һайын тауыш биреүгә сығарыла.

Беҙ сифат һәм пофессионализм яҡлы, ошо ҡанунды ҡаты тоторға тырышабыҙ, сөнки эстрада үҫешенә ярайһы ғына өлөш индереүебеҙҙе, ошоға бәйле яуаплылығыбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ.

– Миләүшә Ҡасим ҡыҙы, үҙегеҙҙең радиолағы эшмәкәрлегегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле. Элек һәм әле. Ни өсөн радионы һайланығыҙ?

– Радио менән мөхәббәт беҙҙең ике яҡлы, беҙ бер-беребеҙҙе 1995 йылда, мин БДУ-ның дүртенсе курс студенты булғанда уҡ, алып барыусылар бәйгеһенә килгәндә һайланыҡ (йылмая). Ошо мәлдән башлап радио минең яҙмышыма әйләнде, быйыл бында эшләүемә 30 йыл була, әммә мөхәббәт кәмемәй, арта ғына бара, шикелле. Мин эшкә килгәндә радио катушкалы магнитофондарҙа, таҫмаларға тауыш яҙҙырып эшләй ине әле, сценарийҙарҙы дүрт-биш машинистканан торған айырым бүлек баҫып бирә ине. Интервью алырға сығып китһәк, ҡул күтәргеһеҙ булып, ауыр яҙҙырыу аппараттарын көскә һөйрәп, ҡайтып инә инек. Тәүге ҙур компьютерҙар килгәс, уларға ҡағылырға ҡурҡып тороуҙар әле булһа иҫтә. Башҡа илдәр яйлап ҡына үткән технологик революцияны сирек быуат эсендә елдәй елеп үтеп, яһалма интеллектҡа тиклем килеп етелде бит. Радионы хәҙер тыңлап ҡына түгел, ҡарап та, кеҫәгә һалып, ҡолаҡҡа ҡуйып йөрөтөп тә була. Минең хеҙмәт юлымдан да ҡыҙығыраҡ юл бармы икән тип хайран ҡалам ҡайһы саҡ. Асыш өҫтөндә асыш, яңылыҡ өҫтәндә яңылыҡ, береһенә өйрәнеп кенә бөттөңмө, икенсеһен үҙләштерергә кәрәк булды. Әле һис шикһеҙ эшләү шарттары еңел, мөмкинлектәр киң, әммә мәңгелек ҡиммәттәр барыһы ла үҙ урынында, Аллаһҡа шөкөр, яһалма зиһен менән ярышып кешелек сифаттарын юғалтыуға юл ҡуймаҫлыҡ итеп эшләргә тырышабыҙ. Оло шәхестәрҙән, үҙегеҙ әйтмешләй “йондоҙҙарҙан” торған ижади коллективты етәкләү еңел түгел, әммә бар нәмәне лә һүҙ менән кешесә хәл итеп була. Эштән ҡурҡмаған, ихлас, тырыш, маҡсатлы кешеләрҙе яратам, шундай кешеләрҙән тупланған “Юлдаш”. Беҙҙең радионы “кузница кадров” тип нарыҡлаусылар ҙа күп, сөнки ошо коллективта хеҙмәт тәрбиәһе алыусылар бер ҡайҙа ла юғалмай, ең һыҙғанып эшләп ала ла китә. Быға семтем генә булһа ла үҙ өлөшөм инеүе ҡыуаныслы.

– Киләһе байрам бик ҙур булмаҡсы. Шул тиклем “йондоҙҙарҙы” нисек йыйып алдығыҙ? Башҡа проекттарығыҙ тураһында ла һөйләп китегеҙ әле. “Юлдаш”тың киләсәккә пландары ниндәй?

– Радионың юбилейына бер нисә ҙур проект әҙерләнә. Шуларҙың икәүһе ошо айҙа үтә. 12 сентябрь көндө республикабыҙҙың Милли музейында “Юлдаш”. Республика тауышы” тип исемләнгән экспозиция асабыҙ, шунда уҡ “Алтын ҡулдар. Көмөш йылдар” тип исемләнгән, бер-нисә ай дауамында барған бәйге еңеүселәрен бүләкләйбеҙ. Конкурста ҡатнашҡан ҡул эштәренең иң сағыуҙары күргәҙмәгә ҡуйыла. Экспозиция ай аҙағынаса эшләйәсәк.

25 сентябрь “Өфө-Аренала” халыҡ-ара фестиваль үткәрмәксебеҙ. Ул “Юлдаш” дуҫтарын йыя” тип юҡҡа ғына аталмай. 25 йыл дауамында радионың дуҫына әйләнгән тыңлаусыларыбыҙҙы, коллективты ҡотлап радио эшенә битараф булмаған йырсылар, коллективтар сығыш яһарға киләсәк. Сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар бар. Матур сара булыр тип өмөтләнәбеҙ, әле етди әҙерлек бара. Форсаттан файҙаланып, Республика Башлығы Радий Фәрит улына, “Өфө-Арена” етәкселегенә, үҙебеҙҙең компания етәкселегенә, матбуғат сараларына күрһәткән ярҙамдары өсөн коллектив исеменән рәхмәт әйтеп китәм.

Тау артында тауҙар булғандай, тормошҡа ашырған пландарҙан ашырмағандары тағы ла күберәк. Уларҙы бар итерлек һаулыҡ булһын, ил-еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын.

“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренә һәм уҡыусыларына “Юлдаш”тарҙан иң изге теләктәр. Беҙҙең 25 йыл дауамында телдән төшөрмәгән девизыбыҙҙы һеҙгә лә еткерәбеҙ : “Беҙ бергә!”

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар юлдаш булһын!

Фотолар геройҙың һәм “Юлдаш” радиоһының шәхси архивынан.

Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Беҙгә төп баһаны халыҡ бирҙе!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас