Йәмғиәт
25 Сентябрь 2025, 13:15

Файҙа килтергән еңә!

Башҡортостандан дүрт журналист йыл һайын үткәрелгән “Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге” Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты.

Файҙа килтергән еңә!Файҙа килтергән еңә!
Файҙа килтергән еңә!

Башҡортостандан дүрт журналист йыл һайын үткәрелгән “Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге” Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты. “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” номинацияһында Алена Чернова (“Восход” гәзите) Үзбәкстандан күсеп килеп оҙаҡ йылдар Ишембайҙа йәшәгән ғаилә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаилә, Ишембай районынан беренсе нефтселәр династияһы һәм уларҙың Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы хеҙмәте тураһында мәҡәләләрҙе ебәргән. “Белебеевские известия” баҫмаһында Любовь Иванова ауылда йәшәгән күп балалы ғаиләләр һәм әсәйҙәрҙең махсус хәрби операция биләмәһендәге улдарына барыуы тураһында яҙған. “Йәш журналист” номинацияһында Фирүзә Ишбаева (“Баймаҡ ТВ” телестудияһы) финалға сыҡҡан. Ул – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малай һәм пенсионер тураһында мәҡәләләр авторы.

Екатерина Яковлева (“Стерлитамакский рабочий”) конкурста “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” (һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малайҙарға ярҙам тураһындағы мәҡәләләр циклы) һәм “Социаль проекттар”  (“Үҫмер журналистар өсөн “Автор” мәктәбе” һөнәри йүнәлеш проекты) номинацияларында еңеүсе булды.

Журналистарыбыҙҙы Мәскәүгә һығымта яһау-ғәмәли конференцияға саҡырғандар.Сара октябрҙә буласаҡ.

Сығанаҡ, фотолар: БР Журналистр союзы.

Файҙа килтергән еңә!
Файҙа килтергән еңә!
Файҙа килтергән еңә!
Файҙа килтергән еңә!
Файҙа килтергән еңә!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас