

Шишмә районына эш сәфәребеҙ мәлендә Ҡара Яҡуп ауылынан 93 йәшлек Рәүиҙә апай Иҫәнғолова менән күрешеү форсаты тейҙе. Ҡыҙы Резида Шәрәфетдинова менән килгәйне ул. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән күрешеүгә ашҡынып килеүе һоҡландырҙы. Әйтер теләктәрен тиҙ генә шиғыр юлдарына күсереп һөйләгән һәләтле апай менән һөйләшеү бик ихлас килеп сыҡты.
Үҫмер ваҡыты Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән Рәүиҙә Солтанғәли ҡыҙында йәшәү көсө, тормошто яратыу күренеп тора. Йылы, ыңғай күңел көсөн ул тирә-йүндәгеләргә лә тарата. Ата-әсәһе лә ғәҙәти кешеләр булмаған. Мәүғиҙә Шәйхәттәр ҡыҙы Ҡөрьәнде яттан белгән. Доғалары, үләндәр менән кешеләрҙе, малдарҙы дауалаған. Әсәһенең дауалағанын бәләкәй сағында күреп-ҡарап торған әңгәмәсем.
– Әле лә күҙ алдымда әсәйемә йомортҡа һалған ҡаҙҙы килтергәндәре. Ауырый икән. Әсәйем ҡаҙҙың күкәйлегенә һалҡын тейеүен тиҙ генә аңлап алды. Уны йылы урында тоторға кәрәклеген, башҡа кәңәштәрен әйтеп, дауалап ҡайтарып ебәрҙе. Атайым - Зәйнулла ишандың шәкерте. Ете йәшлек сағында аттан йығылып төшөп йәрәхәттәр алғандан һуң, Зәйнулла хәҙрәт уны үҙенә алып ҡайтып дауалай. Ниҙәр эшләгәнен атайым күреп йөрөй. Һалдат хеҙмәтенә барыр ваҡыты еткәс кенә ҡайтара атайымды ишан. Атайым да доғалар менән дауаланы. Бер тапҡыр ул хатта ныҡ сабыуҙан янған атты ла аяҡҡа баҫтырҙы, – тип бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште Рәүиҙә апай.
Бына ошондай матур ғаиләлә донъяға килә ул. Һәләтле булыуы, уҡыуға ынтылышы шуға ғәжәп тә түгел. 1956 йылда педагогия институтын тамамлағас, 23 йәшлек кенә ҡыҙҙы Ҡара Яҡуп ауылы мәктәбенә директор итеп ҡуялар. Сәмле, тырыш йәш белгес һынатмай. Мәктәп директоры ғына түгел, һуңынан ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын да лайыҡлы башҡара. Ҡырҡ йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә Рәүиҙә апай. Уҡытыусылыҡ йылдарында бүләкләнгән “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән миҙалы ла уның намыҫлы эше тураһында һөйләй.
Шиғыр яҙыу һәләте бала саҡтан килә. Тәбиғәткә, кешеләргә һоҡланып яҙған ижад емештәре күп. Уларҙың һәр береһендә уҡыусыға әйтер фекере бар. Рәүиҙә апай - биш китап авторы. Уның шиғырҙарына йырҙар ижад ителә. Ҡыҙы Резида Шәрәфетдинова ла уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡара. Хикәйәләре лә аҙ түгел. Уларҙы ла киләсәктә йыйынтыҡ итеп сығарырға уйлай.
Күңеле йәш, матур Рәүиҙә апайҙың. Әле булһа шиғырҙар яҙа. Тормоштағы матурлыҡты тойоп, шуны башҡаларға өләшеүе менән дә бәхетле ул. Апайға һүнмәҫ йәшәү көсө, һаулыҡ теләйбеҙ.
Фотола: Рәүиҙә Иҫәнғолова ҡыҙы Резида Шәрәфетдинова менән.
Автор фотоһы.