

Бәләбәй районында үткән Аксаков байрамында Сербиянан һәм Болгариянан ҡунаҡтар булды.
Сербияның Рустар собраниеһы президенты Ранко Гойкович: “Сербия халҡы исеменән бында булыуыма бик бәхетлемен. Сербия һәм Рәсәй хеҙмәттәшлеге күптән килә, ул беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Сәйәси мөнәсәбәттәрҙә Рәсәй һәм Сербия халыҡтарының быуаттар буйына барлыҡҡа килгән ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөрлөк бер ниндәй ҙә номенклатура юҡ. Сербияла “Серб үлһә, ул Рәсәйгә ҡарай”, “Аллаһ – һауала, Рәсәй – ерҙә!” тигән әйтемдәр бар. Хәҙер Сербияны дошмандар уратып алған һәм быуаттар буйы шулай ине. Сербия халҡының, Аллаһтан тыш, Рәсәйе генә булды. Һеҙгә рәхмәт!” - тине.
Ул М.А. Чвановҡа тантаналы рәүештә Сербия-Рәсәй хеҙмәттәшлеге архивын тапшырҙы.
Светлана Шириня.
Елена Петрова фотолары.
“Белебеевские известия”.