Йәмғиәт
27 Сентябрь 2025, 19:30

Айырылышырға йөрөгәндәр...

Атаһы менән әсәһенең кәүҙәләрен 12 йәшлек улдары тапҡан.

Айырылышырға йөрөгәндәр...Айырылышырға йөрөгәндәр...
Айырылышырға йөрөгәндәр...

Был аҙнала Өфө янындағы Зубово ҡасабаһында ҡот осҡос фажиғә булды. Ир кеше үҙенең 32 йәшлек ҡатынын вәхшиләрсә үлтерә һәм аҙаҡ үҙенә ҡул һала. Уларҙың кәүҙәһен бәләкәй улдары таба. Был хәл тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы ентекләп һөйләне.

Фажиғә күп ҡатлы йорттоң бер фатирында була. Ир кеше ҡатынына килә һәм ғауға ҡуптара. Улар айырылышып йөрөгән булған. Йәне көйгән ир асыулы килеш ҡатынға ташлана һәм уны быуып үлтерә. Бынан һуң үҙенә ҡул һала.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс мәктәптән 12 йәшлек улдары ҡайта. Фатирҙың ишеге бикләнмәгән була. Малай бүлмәгә инә һәм ҡот осҡос күренешкә тап була. Ҡото осҡан бала йүгереп күршеләренә инеп китә. Улар полиция һәм табиптар саҡыра. Тик ашығыс ярҙам табиптары ни бары уларҙың үлемен теркәй. Ә хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт эше ҡуҙғата. Уны Тәфтиш комитеты тикшерә.

Һәләк булған ҡатынды яҡындары һәм күршеләре тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай. Ул изге күңелле, һәйбәт кеше булған. Ире менән оҙаҡ йылдар насар йәшәгәндәр һәм айырылышырға тырышҡан. Тормош иптәше уға ҡул күтәргән һәм кеше алдында яман итеп күрһәтергә тырышҡан, тиҙәр.

Бер нисә аҙна элек кенә ир уны сираттағы тапҡыр ныҡ итеп туҡмаған, тик ул полицияға ғариза бирмәгән. Ул кешесә айырылышырға һәм низағты тәрәнгә ебәрмәҫкә теләгән. Яҡындары ҡатынға унан ҡасыр өсөн күсеп китергә кәңәш иткән.

Ҡатындың әхирәттәре әйтеүенсә, ире һәр саҡ үҙен ҡорбан итеп күрһәтергә тырышҡан, ә ҡатынын насар тип һөйләгән. Ул был тоҙаҡтан ысҡынырға тырышып, айырылышп маташҡан, тик ире һәр ваҡыт уны туҡтатҡан: йә матур вәғәҙәләр биргән, йә ҡурҡытҡан. Изге күңелле ҡатын уны һәр ваҡыт йәлләгән.

Ҡайһы бер матбуғат саралары ир ҡатынын хыянатта тотҡан һәм шуға үлтергән тип яҙҙы. Әммә был дөрөҫ түгел. Туғандары әйтеүенсә, уның шәхси тормош өсөн ваҡыты ла булмаған, ул балаларын тәрбиәләгән һәм буш ваҡытында матурлыҡ салонында эшләгән. Ир иһә вахта менән эшләгән, тик һуңғы арала эштән киткән һәм ата-әсәһе менән йәшәгән.

Ҡатынды тыуған яғы Илеш районында ерләгәндәр. Уның ике улы етем ҡалған. Береһенә – 12, икенсеһенә биш йәш кенә. Малайҙарҙы өләсәһе менән олатаһы алған. Уларға ярҙам итер өсөн битараф булмаған кешеләр 500 мең һум аҡса йыйған.

Фото һәм сығанаҡ: https://www.ufa.kp.ru/daily/27721/5147941/ 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас