Йәмғиәт
28 Сентябрь 2025, 06:00

“Беҙҙең айыу” түгел бит был!

Өс ҡыҙ  дүрт көн эсендә ғәләмәт ҙур резервуарға бәһлеүән аҡ айыу һүрәтен төшөрә. Ҡыҙҙар эшендә тик сифатлы,эҫенән дә, һыуыҡтан да  ҡурҡмай торған буяуҙарҙы ҡуллана...

“Беҙҙең айыу” түгел бит был!“Беҙҙең айыу” түгел бит был!
“Беҙҙең айыу” түгел бит был!

“Промводоканал” предприятиеһы, вәғәҙә иткәнсә, Салауат халҡын  һөйөндөрөүен дауам итә.  Быйыл предприятие үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй, ә һәр датаға етәкселек һәм коллективтың сюрприздар яһау ғәҙәте бар.

Был юлы улар ҡалаға төньяҡтан инеү юлын биҙәргә ҡарар иткән. Ике ай буйына бер километрға һуҙылған ҡойманы  рәссамдар һоҡланғыс, сағыу  һүрәттәр менән биҙәгән. Екатерина Волкова, Наталья Жаркованың ижади берлегенә аҙаҡ Эльвира Хәлимова ла ҡушыла. Һис тә юҡҡа түгел. Өс ҡыҙ  дүрт көн эсендә ғәләмәт ҙур резервуарға бәһлеүән аҡ айыу һүрәтен төшөрә. Ҡыҙҙар эшендә тик сифатлы,эҫенән дә, һыуыҡтан да  ҡурҡмай торған буяуҙарҙы ҡуллана. Резервуарҙа “Арктикала йөҙгән” айыу юлдағыларға әллә ҡайҙан күренә.

–Арктика һыуы таҙалыҡ һәм сафлыҡ менән ассоциациялана. Ә айыу – был һыуҙарҙың батшаһы, – тип аңлата Эльвира Хәлимова эштәрен. – “Беҙҙең айыу түгел бит был!”, “Ҡайҙа Башҡортостан айыуы?” тигән һорау биреүселәр ҙә етерлек булды. Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, Салауатта муралдар төшөрөрлөк урындар етерлек. “Беҙҙең айыу” ҙа планда бар!”– тип йыуата ул ҡыҙыҡһыныусыларҙы.

Фото: “Выбор” гәзите.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас