Йәмғиәт
29 Сентябрь 2025, 06:00

Әсәй…

Күптән үткән ваҡиға­лар был, ләкин үҙе күптән дә түгел кеүек…  

Әсәй…Әсәй…
Әсәй…

Беҙ бала саҡта бары­быҙ ҙа үлемһеҙ. Минеңсә, ата-әсәйем дә мәңгелек. Әсәйемдең әхирәттә­ренә, хеҙмәттәштәренә, “Әсә­йем иң матуры”, тиһәм, ул үҙе “Һәр бала өсөн уның әсәһе иң матурылыр инде”, тиер ине. Мин уның үҙен ысынлап та матур икәнлегенә инандырарға тырыштым. Минеңсә,  Мостай Кә­рим­дең “Оҙон-оҙаҡ бала сағы­нан” өлкән йәшендә лә иҫ киткес сибәр булып ҡала алған Аҡйондоҙ кеүек ине ул. Яҙыусы үҙе әйтеүенсә, әйтерһең дә, ҡартлыҡ үҙе лә уға ҡағылыуҙан ҡурҡты. Әсәйемде бер ҡа­сан да төҫ ташламая­сағына ышандырырға тырыштым. Оҙон ғүмер кисе­рәсәгенә инандырҙым. Гел инан­дырҙым... Ләкин улай килеп сыҡманы. Бөгөнгө юбилейын унһыҙ ҡаршылайбыҙ...

23 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Зилә Шәүкәт ҡыҙы Япароваға 75 йәш тулыр ине.

 

Һүрәттәрҙең төҫө уңмай

 

…Поезға ултырыр алдынан әсәйем Кропачеволағы бәләкәй генә баҙарға инеп сығырға тәҡдим итте. Урындағы әбейҙәр бында үҙҙәренең аҙыҡ-түлеген һата, ә әсәй һәр ваҡыт тәмле-тәмле ризыҡтар ала. Беҙ икебеҙ ҙә тәмлекәстәр яратабыҙ! Иҫ киткес йәй көнө! Шул тиклем ҡояшлы! Әсәйем елдә осоп торған аҡһыл көрән төҫөндәге крепдешин күлдә­ген кейгән. Ул шул тиклем еңел йүгерә, мин, алты йәшлек ҡыҙсыҡ, уның эргәһендә һикереп китеп барам.

Прилавка артындағы әбей әсәйгә һоҡланып ҡарай.

– Һеңлеңде алып килдеңме, ҡыҙым?

Әсәйем көлә:

–Ҡыҙым был!

Әбей ҡулдарын ғына һелтәй:

– Алдашма! Үҙең ҡыҙыҡайһың әле!

Әсәйем көлә:

– Быныһы кесеһе! Өйҙә өлкәне ҡалды!

Әбей хатта ситкә ҡарай:

– Ышанмайым!

Беҙ барыбыҙ ҙа рәхәтләнеп көләбеҙ!

Әсәйем сибәр. Һомғол буй­лы. Бейек үксәле туфлиҙарында осоп ҡына йөрөй. Сәстәре күпереп тора! Күҙҙәре… Тештәре ап-аҡ! Был кү­ре­неш һаман да күҙ алдымда. Әсә­йемдең әлеге күлдәген уның бир­нәһе – ағас һандыҡта – әле лә һаҡлайым... Әсәйемә әле утыҙ йәш тә юҡ. Күптән үткән ваҡиға­лар был, ләкин үҙе күптән дә түгел кеүек... Боронғо һүрәттәрҙең төҫө уңмай... Бөгөн уға 75 йәш тулырға тейеш ине...

 

Тормошҡа һөйөү – әсәйҙән

 

Әсәйем өйгә ҡайтты. Мин уға ҡаршы йүгереп сығам. Ул эйелеп итектәрен һалып тора, мине ишетеп, шат күҙҙәрен күтәрә. Ә ҡулын­да – ҡурсаҡ, шундайҙы беҙ универмагта күргәйнек.

– Тыуған көнөң менән, ҡыҙым! – был ҡурсаҡ бер аҙ икенсерәк, хатта матурыраҡ та. Ул ысын бәпес кеүек. Өҫтөндә ваҡ һары сәскәләр төшөрөлгән йәшел күлдәк, шундай уҡ селтәрле панталондар, бөҙрә сәсендә шул уҡ туҡыманан башлыҡ һәм сабыйҙыҡы кеүек бөгөлгән аяҡтарында пинеткалар. Ауыҙын­дағы йәшел имеҙлек, уны алып кире ҡуйырға ла була. Ҡурсаҡ минән йыуаныраҡ, әгәр ҙә аяғын турайтһа, минең кеүек буйлы булыр, моғайын. Минең яратҡан ҡурса­ғым. Һаҡлап ҡына уйнаным уның менән!

Атай-әсәйҙең беҙҙе уйынсыҡтар, китаптар һаҡларға өйрәткәнен хәтерләмәйем. Ләкин беҙҙең ҡур­саҡ­тарҙың аяҡ-ҡулдары, баштары гел үҙ урынында булды, бер ҡасан да өҙөлмәне, үҙҙәрен гел матур итеп кейендереп йөрөттөк. Дөрөҫ, йомшаҡ китаптары­быҙҙың йыш ҡына тышы аҡтарыла. Бигерәк күп уҡыныҡ шул.

Китаптар бик күп. Балалар китаптары шкафыбыҙға һыймай. Атай-әсәй беҙгә үҙҙәренең китап кәштәһенән аҫҡы урындарын бирә. 

Әсәйем менән икәүләп нәнәй-олатайға ауылға поезда барабыҙ. Плацкартта беҙҙең юлдашыбыҙ ниндәйҙер хәрби-рәсми ағай булып сыҡты. Балаларына китаптар һа­тып алыуы менән маҡтана был. Шул йылдарҙа китап магазиндарында балалар китаптары ул тиклем үк төрлө түгел ине. Ә бына был кешегә бәхет йылмайған. Әсәйем уны ҡыҙыҡһынып тыңлай, китаптарҙы һайлап, бер нисәһен алға ҡуя:

– Быларҙы мин һеҙҙән һатып алам!

Беҙҙең юлдаш ҡатып ҡала:

– Нисек? Был бит минең китаптарым. Мин уларҙы шундай ауыр­лыҡ менән алдым.

– Һеҙҙә улар күп. Миңә һатығыҙ! – әсәй етди һәм ныҡышмал. Ошондай дәрәжәле ирҙең баҫым аҫтында юғалып ҡалыуын тәүгә күрәм.

– Юҡ, мин быны булдыра алмайым. – Ағай кеше шул тиклем аптырашта ҡалған.

Әсәйем китаптарҙы тыныс ҡына ҡарай.

– Мин һеҙгә түләйем.

– Ләкин был минең китаптарым, – ағай асыулана башлай.

Тик әсәйем ҡалҡан һымаҡ ныҡ, танк кеүек ныҡыш. Һәм инде сигенмәйәсәк:

– Улайһа, ошо китаптарҙы ғына алам, – тип һайлап алғандарының бер өлөшөн ағайға кире бирә, бер нисәһен үҙенә ҡалдыра. – Мин улар­ҙың хаҡын ике тапҡырға күберәк түләйем.

Ул саҡта, бәләкәй булыуым ар­ҡаһында, әсәйемдең сит кешегә ҡарата ныҡышма­лылығы өсөн бер аҙ уңайһыҙландым. Сәйер ҡылыҡ кеүек күренде. Ә хәҙер уны тулы­һынса хуплайым. Рәхмәт, әсәй...

Дөрөҫ, ағайыбыҙ сиккә етеп асыулан­ғайны. Нимәгә инде? Үҙе һатып бирҙе бит...

Әсәйемдең күпме түләүен белмәйем, әммә “А.Н. Афа­насьев­тың рус халыҡ әкиәттәре” һәм “Балалар өсөн рус халыҡ әкиәттәре” беҙҙең яратҡан китаптарыбыҙға әүерелде. Өҫтәүенә мин улар буйынса университетта имтихан да тапшырҙым.

Беҙҙе тәрбиәләргә ололарҙың ваҡыты юҡ. Өйҙә тәрбиәләү өсөн ғөмүмән үрҙә һанап үтелгән китаптар һәм балалар журналдары бар. Әсәйем беҙгә “Мурзилка”, “Күңелле һүрәттәр”, “Барвинок” алдыра. Бында ба­рыһы ла ҡыҙыҡлы. Унда яҙыу­сыларҙың яңы әҫәрҙәре баҫылып сығып тора: Сергей Михалковтың “Төш дауамы менән”, Спиридон Вангелиҙың “Турика ауылынан Чубо” һәм башҡалар. Әммә миңә айырыуса бала­ларҙың ҡабул итеүенә яраҡлаштырылған рус халыҡ былиналары оҡшай. Һәм сағыу һүрәттәр. Артабан уларҙы “Пионер”, “Огонек”, “Ғаилә һәм мәктәп” журналдары алмаштырҙы. Беҙҙе, балаларҙы, ошолай тәрбиә­ләү һәм тап шулай формалаштырыу, минеңсә, бик үк насар алым түгел ине... 

Әсәйемдең концерт һәм спек­такл­дәргә йөрөгәндә тоғро юлдашымын.

Мин, дүрт йәшлек бала, “Аҡҡош күле” балетын ҡарайым. Унда, зәң­гәр төтөндә, ғәжәп йәнлектәр осоп йөрөй. Унда, сәхнәлә, – мөғжизә. Ә әсәйем һуңынан былай ти: “Һин бөтә тамаша буйы аяҡ өҫтө торҙоң. Тәүҙә һине спектаклгә алырға шик­ләнгәйнем: ике сәғәттән ашы­уыраҡ түҙер­һеңме? Әммә һин ошо ваҡыт эсендә бөтөнләй ул­тырма­ның, ә алдағы креслоға тотоноп, сәхнәгә генә ҡарап торҙоң”. Балетты мөкиббән китеп ҡара­ған­мын, ә әсәйем мине күҙәткән.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына һөйөү ҙә – әсәй­ҙән. Әсәйем мине театрыбыҙҙың бөтә спектаклдәренә лә йөрөтә. Сәхнәлә Хәмит Яруллин, Зинира Атнабаева, Роза Кәримова, Илһөйәр Ғәзет­динова, Олег Ханов, Әхтәм Абушахманов, шулай уҡ йәш Таңсул­пан Бабичева менән Эльвира Юнысова. Труппаға яңы килгән актер Илдар Ғүмәров йәш замандаш­тарының, шул иҫәптән формаль булмағандарҙың ролдәрен хайран ҡалдырып башҡара. Спектаклдән һуң төп ролдәрҙе башҡарыусы­лар менән бергә ҡайтабыҙ. Илһөйәр апай (улар әсәйем менән курсташтар) иңемдән ҡосаҡлап, спектакл­дән тәьҫораттарымды һорай. Әсә­йем минең өсөн актерҙар, драматургтар, яҙыусыларҙы аса. Уның фекеренсә, мине Мостай Кәрим менән яҡындан таныштырыу ваҡыты еткән. Улар осрашыу хаҡында һөйләшә. Беҙҙе шағир шатланып ҡаршы ала: “О, Зилә килде. Ә беҙ һеҙҙе көтәбеҙ”. Онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды ул – халыҡ шағирында ҡунаҡта. Ул яҙыусылыҡ эшендә илһам көтөргә ярама­ғанлығын, ә өҫтәл артына ултырып эшләргә лә тағы эшләргә кәрәклеген һөйләне. Ул, элек уҡыусыларҙан бик күп хаттар килә ине, хәҙер иһә улар һирәк, тип һөйләй. Мин дә уның уҡыусыһы бит, мин дә – тамашасы, шунлыҡтан сәбәбен беләм. Был беҙ китап уҡымағанға, спек­таклдәр ҡарамағанға йәки уны яратмағанға түгел тип әйтергә теләйем. Беҙ уны бик яратабыҙ. Ул бит – легенда, һәм ваҡыт үткән һайын, киләһе быуындар өсөн ул тағы ла бөйөгөрәк буласаҡ. Ошондай кешегә нисек итеп тотоп хат яҙырға була һуң? Уға был хаҡта хатта әйтергә лә ҡыймайым. Тик был турала әсәйемә әйтәм... Беҙҙе таныштырыу, ошо тарихи мәлде фотоға төшөрөү әсәйемдең алдан күрә белеүсәнлеге арҡаһында.

Шәмбе – һәр саҡ үҙенсәлекле көн. Был көндө әсәйем өйҙә. Мин мәктәптән һуң өйгә ҡайтам, ә әсә­йем мине ҡайнар аш менән ҡаршы ала. Өҫ кейемемде лә алмаштырмайынса өҫтәл артына ултырған берҙән-бер көн ул – шәмбе.

– Ҡулдарыңды ғына йыу ҙа, балам, өҫтәл артына ултыр. Мин һине яратҡан ашың менән көттөм, – әсәйем өлтөрәп йөрөй.

Һурпа яратам. Әсәйем фекеренсә, аш файҙалы һәм ул – иң сәләмәт ризыҡ. Хәҙер мин быға яҡындарымды инандырам.

Әсәйем мине олимпиадаларға әҙерләй. Өйҙә төрлө темаға: ярат­ҡан китаптарыбыҙ, тәбиғәтебеҙ, туған телебеҙ тураһында иншалар яҙабыҙ. Телдәр тураһында закон сыҡҡанға тиклем үк әсәйемдән был йүнә­лештә хәбәрҙар инем. Уның алдан һиҙемләүе шул тиклем шәп ине: республика олимпиадаларында вариант­тар­ҙа был теманың буласағын аңлай ине. Олимпиада башланыр алдынан профессорҙар еңеү­селәрҙең һәм призерҙарҙың әҫәрҙәре “Йәш­лек” гәзитендә баҫыласағын иғлан итә. Быға иғтибар ҙа итмәйем. Бында, минең фекерем­сә, туған телде минән яҡшыраҡ белгән тиҫтерҙәрем бик күп... Буласаҡ еңеүселәр улар араһында булырға тейештер.

Әҫәрем үҙенең йүнәлешендә иң яҡшыһы тип танылды. Тота­наҡ­лы ғына шатлан­ған әсәйемә ҡарайым да үҙемдең уңышым менән ҡәҙерлемде ҡы­уан­дырыуымды аңлайым. Ысынлап та, күп көс һала торғайны ул мине олим­пиадаларға әҙерләгәндә. Әсәйем һәр ваҡыт һөҙөмтәле эшләне. Беҙҙе лә шуға этәрҙе.

Ышаныслы штурманым булды

 

Университетты яңы тамамлаған саҡ. Бер кисте әсәйем мине авто­мәктәпкә яҙ­ҙырыуын, ә иртәгәһе­нә шунда барырға тейешлегемде  әйтте. Уның шәплеге ар­ҡаһындалыр инде, водитель таныҡ­лығын бик тиҙ алдым. Машинаны ла үҙем һайларға, һатып алырға тейеш инем. Эш хаҡымдан әсәйем машинаға бер аҙ аҡса йыйырға ҡушты. Тыңлайһың инде.

Көтөп алған ялдың беренсе көнө. Әсәйем иртәнсәк, эшкә китер алдынан, минең бүлмәгә атылып килеп инде лә:

–  Ял тип йоҡлап ятма. Тор, ав­то­үҙәктәр буйлап йөрөп, машиналар ҡарап сыҡ. Оҡшағанын алыр­һың. Аҡсаң етмәһә, өҫтәрмен.

Беренсе машинам шулай алынды. Уныһында ла:

–  Шундай аҡса менән ҡала буйлап нисек яңғыҙың йөрөмәк кәрәк? – тип минең менән бергә барҙы.

Машина йөрөтөүҙә артыҡ оҫта­лығым әлегә юҡ ине. Бергә ҡайтыр өсөн әсәйем мине юлдарҙа тығындар бөткәнсә, һуңғаса эштә көтә. Ип­тәшкә. Юғиһә бындай ағымда миңә ҡур­ҡыныс. Әсәйем машинала шым ғына ултыра. Процесҡа ул бер ҡа­сан да ҡыҫылмай. Бары маҡтай ғына.

Ләкин мин беләм, минең автоһынау­ҙарым үтелмәгән әле. Һәм ундай осраҡ ысынлап та килеп сыға. Сочи урамы буйлап Усольская тауына күтәрелгәндә тиҙлекте яңылыш юғарыраҡҡа күсерҙем, һәм машинам һүнде. Машинаны “ручникка” ҡуйып, “аварийканы” тоҡандырып ултырабыҙ. Артабан ҡуҙғалырға ҡурҡам. Машинам аҫҡа тәгәрәп китер кеүек. Әсәй минең өсөн көйә.

– Бәлки, сығып этеп ебәрергәлер?

– Әсәй, был – техника. Ул үҙен үҙе сығара. Һин әҙерәк көтөп тор, мин бер аҙ тынысланайым да ҡуҙғалырбыҙ.

Әсәйем барыһын да аңлай. Ул артҡы креслола шым ғына ултыра. Миңә ҡама­сауламаҫ өсөн, бер ҡасан да алға ултырмай. Көтә. Беҙҙе машиналар урап үтә. Улар ҙа беҙҙе аңлай. Машинаны тоҡан­дырам һәм, автомәктәптә өй­рәткәнсә, то­ташыуҙы ебәрмә­йенсә, ручникты ысҡындырыу менән яй ғына газға баҫып, ултырған урыныбыҙҙан һаҡ ҡына ҡуҙғалам. Килеп сыҡты бит, әй!

Рубикон үтелде. Әсәйем янымда!

Руль артындағы ирҙәренә, балаларына аҡыл өйрәтеп ҡыҫылған байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы күргәнем булды. Атайымдың да, минең дә йөрөтөүемә әсәйем бер ваҡытта ла ҡыҫылманы. Йыраҡҡа киткәндә лә, бер туҡтауһыҙ шылтыратып йонсотманы.

Йыш ҡына дуҫтарым менән походтарға сығабыҙ. Уларҙың әсәләре бер нисә тапҡыр шылтырата, юлда булғанда тиҙе­рәк ҡайтыуҙы талап итә, риза­һыҙлыҡ белдерә. Әсәйем бер ҡасан да шылтыратыуҙары менән мине яфаламаны. Парламентер булып ғәҙәттә Гүзәл апайым сыға.

– Киске ашты ҡасан әҙерләй башларға? – Беренсе ҡарауға ғәйепһеҙ генә һорау яңғырай.

– Эҫемдән һуңғы һыртты үттек, тағы ике сәғәт барасаҡбыҙ әле.

– Дуҫтарың менән тура баҡсаға кил. Беҙ һеҙҙе бында көтәбеҙ.

Ләкин беләм, был шылтыратыу артында әсәйем тора. Хәҙер ул тыныс: беҙ ҡайҙа һәм өйҙә яҡынса ҡасан булырыбыҙҙы белә.

Өфөлә тәүгә БРИКС саммиты уҙа. Баш ҡала был көндәрҙә байрамса биҙәлгән. Беҙ туғаным менән сараны ҡарарға барабыҙ. Кисен дачаға киләбеҙ, ә беҙҙе ҡапҡа төбөндә әсәйем менән апайым икмәк-тоҙ тотоп, байрам кейемендә “Саммит делегаттарына сәләм!” тип ҡаршы ала. Әсәйемә әйт кенә, шундуҡ шаяртыуға ҡушылырға әҙер. Уның менән бергә көлөү бик күңелле ине!

Биатлон буйынса Донъя кубогын бергәләп ҡарайбыҙ. Әсәйем бик күңелле коммента­рийҙарын ҡыҫты­рып ултыра. Комментатор Кубок IBU (Ай БиЮ) хаҡында һөйләй. Әсәйем: “Кубок әбейе тип әйтәме?” – тип һорай. Артабан Губерниев фин спортсмен­каһы Кайса Мякяряйнен тураһында, “фин­каның финишта ярышташтары булмаясаҡ”, ти. Әсәйем шунда уҡ: “Уфимка, тип әй­тәме?” – тип һорай. Әсәйем – тоғро иптәшем менән яратҡан спортты ҡарау ҡыуаныслы. Ул спорт­сы­ларыбыҙҙың еңелеү әсеһен биҙәй.

Көлкөлө хәлдәргә тарыу һәләте менән беҙ әсәйем менән оҡшашбыҙ. Минең төрлө туфлиҙарҙа йәмәғәт транспортында ярты ҡаланы үтеп эштән ҡайтыуым беҙҙең ғаиләлә оҙаҡ ҡына телдән төшмәне. Әммә бер мәлгә генә тиклем!

Әсәйем атайым менән дуҫтарына ҡунаҡҡа оҙон юлға сыҡҡанда, быларҙы ГИБДД инс­пекторы туҡтата. Документтарҙы тикшергән­дән һуң, инспектор әсәйемдән: “Ә һеҙҙең аяҡтарығыҙға нимә булды?” – тип һорай.

– Ғәҙәттән тыш нәмә юҡ инде. Итек кенә, – тип аптырап яуаплай әсәй.

Инспектор маңлайын тырнап, ҡыҙыҡлы аяҡ кейемен кейгән был сәйер ханымға уңышлы юл теләп, ғәжәпләнеп артынан ҡарап ҡала.

Әсәйҙең аяғында төрлө итектәр булыуы дуҫтар осрашыуының иң ҡыҙыу мәлендә генә асыла.

– Нисек? Үҙ аяҡтарыңда төрлө аяҡ кейемдәрен нисек тоймаҫҡа? – тип аптырай беҙҙекеләр.

Нисек? Колодкаһы уңайлы, күтәрелеше, үксәнең бейеклеге бер үк, башҡа үҙеңдең итек-туфлиҙарҙан үҙгәрешһеҙ – бер ниндәй айырма юҡ. Ә беҙҙең икебеҙҙең дә бер аҙ һуҡыр булыуыбыҙ, былай ғына ул, тормош ваҡ-төйәктәре генә. Кейгәндә ҡарамайһың бит. Был осраҡ хәҙер ғаилә йолаһына әйләнде.

 

Рәхмәт, ҡәҙерлем

 

Әсәйем эттәрҙе яратты. Бер көндө илағанын күрәм. Сәбәбе юҡ, минеңсә.

– Әсәй, нимә булды?

– Шарик үлгән...

– Күптән үлде түгелме һуң? – Аптырайым. Атай-әсәйемдең ауылдан ҡайтыуҙарына ла байтаҡ инде. Беҙҙең эт үлде, тинеләр шунда. Нимәлер ашап ағыуланған.

– Ул беҙҙе гел кәкре аяҡтары менән йүгереп килеп ҡаршы ала торғай­ны. Гел беҙҙе көтөп торҙо. Ағыулан­ғанда ныҡ интек­кәндер инде... – әсә­йем бәләкәй, әммә шул уҡ ва­ҡытта бик уҫал аҡһаҡ эте өсөн ҡай­ғыра. Мин уҫал эттәрҙе яратмайым. Әсәйем бөтә эттәрҙе яратты.

Бураныбыҙ ҙа әсәйебеҙ арҡа­һында килеп сыҡты. Ҡыш башлан­ғас, күршеләре ташлап киткән эт арҡаһында әсәйем атайымдан баҡсаға һәр йома килтертә үҙен. Минең матур әсәйем эткә ҡайнар аш әҙерләй. Әле лә мин уның ялтырап торған оҙон шәшке тунында, бәйләнгән кәзә косынкаһында, са­ғыу мейкапта эткә ашарға әҙер­ләүен күрәм. Был мәхлүк ҡайнар аш менән бешеп ҡуймаһын тип, тикшереп, һыуытып тора. Ял көндә­рендә – йоманан йәкшәмбегә тиклем ашата, бер аҙнаға ҡоро аҙыҡ ҡалдыра.

Миңә юҡ менән булыша кеүек тойола:

– Әсәй, быйыл ҡыштың һыуыҡ килеүе  көтө­лә. Әле ноябрҙә үк һалҡын. Этең иҫән ҡалмаҫ, ахырыһы. Уға ни ба­ры ярты йәш, көсөк кенә бит әле. Уның йоҡлар урыны юҡ. Бөтә ерҙә лә ҡар ҙа боҙ. Туңыр ул, – тим.

Әсәйем уйнап йөрөгән туҡ эткә уйсан ғына ҡарап тора.

– Иҫән ҡалмаҫ тип уйлайһың­мы?.. Мин бит уға ҡайнар аш ашатам, – әсәйем этте ихатала бикләп ҡалдырмай. Иректә уның иҫән ҡалыу мөмкинлеге арта.

Шул эт әсәйем арҡаһында ҡыш­ты бик һәйбәт үткәрҙе бит.  Хәҙер ул – бөтөн урам­дың патронат эте, беҙ уны әсәйем менән шулай тип йөрөтәбеҙ. Әсәйемә был һүҙҙәр оҡшай.

Әсәйем менән туңдырма ярата­быҙ. 90-сы йылдарҙа ошо тәмле­кәстең төрлө сорттары барлыҡҡа килә башланы. Ә мин пломбир яратам. Бер тапҡыр университеттан ҡайтҡанда шул тиклем туңдырма ашағым килде, ләкин аҡсаны йәлләнем бит. Өйҙә был хәлде ни өсөндөр әсәйгә һөйләнем. Ләкин әсәйем был хаҡта ишеткәс, ниңәлер ныҡ бошондо:

– Ҡыҙым, башҡаса улай итмә, зинһар. Әгәр ниндәйҙер тәмле нәмә ашау теләгең тыуа икән, һәр ваҡыт ал. Аҡсаны йәлләмә. Аҡсаң етмәй икән, үҙем бирермен. Нимә теләй­һең, шуны аша, – тип минән һүҙ алды.

Әсәйем ифрат йомарт кеше ине. Уның кемдәрҙеңдер үтенестәренән баш тартыу осрағын хәтерләмәйем. Һәм ул һәр ваҡыт барыһына ла күс­тә­нәстәр өләште. Ә миңә махсус рәүештә хәлүә һатып ала ине: “Яратҡан ризығың, ҡыҙым”. Рәхмәт, әсәй...

 

“Бер нәмәнән дә ҡурҡма, ҡыҙым!”

 

Әсәйем былай ти: “Бер кемдән дә ҡурҡма, ҡыҙым. Яныңда бүре ке­үек инәйең баҫып торғанда, бер нәмәнән дә ҡурҡма”. Мин ҡурҡ­майым, әсәй, тик һин генә юҡһың янда...

Әсәйем ауыр минуттарҙа ағайҙа­рыма мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе: “Мин яныңда булмағанда, үҙеңә ярҙам кәрәк булғанда, ҡыҙым, ағайҙарыңды саҡыр”, – тиер ине. Иҫләйем, әсәй, улар гел минең менән бит...

Әсәйем: “Апайың менән бер-берегеҙгә иң яҡын кешеләр. Апа­йыңды тыңла”, – тип ҡабатлай. Ара­быҙҙа айырма ла ул тиклем ҙур түгел, минең үҙемә лә байтаҡ инде. Тик мин уны тыңлайым, әсәй... Һине туғандарың тыңлаған кеүек.

Атай-әсәйемә килгәндә: “Сәләм, айыу, йөҙ йыл күрешмәнек”, – тип әсәйҙе сәләм­ләйем. Әсәйем көлә: “Сәләм, сәләм, айыу. Ҡыҙым килһә, күңелемә рәхәт булып китә”. Рәхәт ул барыбыҙ ҙа бергә булғанда... Ә артабан беҙ унан башҡа йәшәргә күнегергә тейешбеҙҙер, ахырыһы. Артабан, әсәйебеҙ теләгәнсә, беҙ, апай-һеңлеләр, ағай-ҡустылар, иңгә-иң терәп.

Һин беҙҙең хәтерҙә, әсәй!

Айгөл ЯПАРОВА.

Әсәй…
Әсәй…
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас