Йәмғиәт
30 Сентябрь 2025, 08:55

Ҡолғаналарға ярҙам итәйек

Ауыл хакимиәте башлығы Илшат Ҡолбирҙин ярҙамға өмөтләнеп мөрәжәғәт итте.

Ҡолғаналарға ярҙам итәйекҠолғаналарға ярҙам итәйек
Ҡолғаналарға ярҙам итәйек

Республиканың таулы-урманлы райондарының береһе булған Бөрйәндә әле кәрәҙле бәйләнеш барып етмәгән ҙур ауылдар ҙа бар. Ҡолғана ауыл биләмәһе лә – шундайҙарҙан.

Был биләмәгә ике ауыл ҡарай – Ҡолғана һәм Һарғая. Уларҙа 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Иң ҡыуандырғаны – был ауылдарҙа тыуым яҡшы. Ике мәктәптә бөтәһе 60-тан ашыу бала белем ала, мәктәпкәсә төркөмгә 25 сабый йөрөй, буш урын юҡ.

Былтыр Ҡолғана ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Быйыл шундай уҡ медицина учреждениеһы Һарғаяла төҙөлә. Ҡолғанала ауыл мәҙәниәт йорто уңышлы эшләй.

Һарғая Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан, шуға ла унда йәшәгән кешеләр ошо ойошмала эшләй. Халыҡ ағас эшкәртеү, малсылыҡ менән көн күрә.  

– Ауылыбыҙ йылдан-йыл ҙурая, матурая, яңы йорттар ҡалҡып сыға. Демография хәле яҡшы, тыуым юғары. Әлеге ваҡытта ауылды газға тоташтырыу өсөн ғариза бирелгән, киләсәктә “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етер тип ышанабыҙ. Юл ҡырсынташ булһа ла, тигеҙләп, ремонтлап торалар, ҡыш та таҙартыла. Ташҡын йыуып алып киткән күперҙе лә тергеҙҙеләр. Республика һәм район етәкселегенең иғтибарын тоябыҙ.

Бөгөн беҙҙе борсоған төп мәсьәлә – ауылда кәрәҙле бәйләнеш юҡ. Стационар телефон бар, әммә унда даими өҙөклөктәр булып ыҙалата, ҡайһы мәлдә ике-өс көн бәйләнешһеҙ ултырабыҙ. Беҙҙең ауыл район үҙәгенән 75 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, шуға ла ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда оператив саралар күреү өсөн кәрәҙле телефон бәйләнеше айырыуса кәрәк. Урман янғындары ла йыш була, унда ла оператив сара күреү талап ителә.

Бөгөн күп хеҙмәттәр Дәүләт хеҙмәте порталы аша атҡарыла. Ә беҙҙең халыҡ, кәрәҙле бәйләнеш булмағас, был мөмкинлектән файҙалана алмай. Тауыш бирә алмайбыҙ, – тип һөйләне Ҡолғона ауыл хакимиәте башлығы Илшат Мөхәмәт улы Ҡолбирҙин.

Һанлаштырыу заманында йәшәгән осорҙа, әлбиттә, кәрәҙле бәйләнеш – заман талабы. Ауылдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, йәштәр унда ҡалһын тип теләһәк, ошондай уңайлыҡтар булдырыу мөһим. Ошо маҡсатта янып йәшәгән хакимиәт башлығы Илшат Ҡолбирҙинға, Ҡолғана, Һарғая ауылдары халҡына ярҙам ҡулы һуҙайыҡ – www.gosuslugi.ru/inet  ошо һылтанма аша инеп, “Кулганино” өсөн тауыш бирәйек!

Фото: Ҡолғана ауыл хакимиәте.

Ҡолғаналарға ярҙам итәйек
Ҡолғаналарға ярҙам итәйек
Ҡолғаналарға ярҙам итәйек
Ҡолғаналарға ярҙам итәйек
Ҡолғаналарға ярҙам итәйек
Ҡолғаналарға ярҙам итәйек
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас