Йәмғиәт
1 Октября 2025, 11:00

Башҡортостан – алдынғы

Бүтән эштәр ҙә уңышлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан – алдынғыБашҡортостан – алдынғы
Башҡортостан – алдынғы

– Уңайлы географик урынлашыуы буйынса, транспорт инфраструктураһының үҫеше йәһәтенән һәм республика власының ярҙамы арҡаһында тауарҙарҙы ташыу-килтереү тәңгәлендә, илебеҙ эсендә һәм унан ситтә лә эштәрҙе йылдам ойоштороу күҙҙә тотола, Башҡортостан һәр ваҡыт алдынғы, – тип һөйләй Волга буйы транспорт прокуратураһының транспорт прокуроры Павел Шушляев. – Улай ғына ла түгел, транспорт инфраструктураһына инвестициялар йәлеп итеү, заманса келәт комплекстары төҙөү, инновацион технологиялар индереү ҙә уңышлы тормошҡа ашырыла.

Павел Владимирович әйтеүенсә, һыу, һауа һәм тимер юл транспортының эшен күҙәтәләр, Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе – уларҙың ҡарамағында. Рәсәй тимер юлдар асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең поликлиникаһы, Волга буйы юлдар дәүләт университетының Өфө тимер юл транспорты техникумы, Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалын да үҙҙәренең ҡанаты аҫтына алғандар.

Самолеттарҙың осошон да тикшереп торалар. Мәҫәлән, Мостай Кәрим исемендәге "Өфө" аэропортында осоштар тотҡарланғанда, ошо ойошма авиакомпания тарафынан пассажирға ниндәй уңайлыҡтар күрһәтелеүе менән ҡыҙыҡһына.

Фото: "Башинформ".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас