

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никонды 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.
Республика етәксеһе руханиға күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров әйткәнсә, Башҡортостан митрополияһы башлығы кеүек рухи лидерҙар тырышлығы менән республикала оҙаҡ йылдар дауамында тыныслыҡ һәм төрлө милләт, дин вәкилдәре араһында татыулыҡ хөкөм һөрә.
“Башҡортостандың бик күп кешеләре һеҙгә рәхмәтле. Һеҙ республикала оҙаҡ йылдар эшләйһегеҙ. Тәрән ихтирам һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Ҙур рәхмәт һәм баш эйәбеҙ", - тине республика етәксеһе.
Башҡортостан митрополиты Никон, үҙ сиратында, республика етәкселегенә традицион конфессияларҙы яҡлағаны һәм ошо ҡотлауы өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.