

Баш ҡалабыҙҙа Ленин исемендәге паркта киң масштаблы үҙгәртеп ҡороу бара.
Был парк, билдәле булыуынса, Зәки Вәлиди һәм Туҡай урамдары араһында урынлашҡан. Бер яҡтан уға Башҡортостан Башлығы Хакимиәте менән республика Хөкүмәте бинаһы, икенсе яҡтан М. Ғафури исемендәге драма театры ҡарай. Паркты ХIX быуаттың 70-се йылдарында Өфө губернаторы Сергей Ушаков нигеҙләгән.
Әлеге көнгә бында 114 яҡтыртҡыс, 18 меңквадрат метр самаһы плиткә, бордюр таштары һәм фонтан һүтеп алынды. Гранит баҫҡыстарҙы, стелаларҙың нигеҙен яңыртыу бара, инженер селтәре һуҙыла. Ҡала хакимиәте яҙыуынса, паркта 200№ҙән ашыу бәләкәй архитектура формаһы ҡуйыласаҡ, яңы газондар һәм ағастар барлыҡҡа киләсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.