

2022 йылдың 30 сентябрендә Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары һәм Запорожье, Херсон өлкәләре Рәсәйгә ҡушыла. Төбәктәр илебеҙ составына инеү тураһында халыҡ-ара килешеүгә ҡул ҡуя.
- Донбасста һәм Новороссийскиҙа иҫ киткес көслө һәм инициативалы йәштәр йәшәй. Унда бөгөн Рәсәй студент отрядтарының өс төбәк бүлексәһе эшләй, улар меңдән артыҡ егет-ҡыҙҙарҙы берләштерә. Ауыр шарттарҙа ла төбәк һәм бөтә ил мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән һәр кем менән ғорурланам”, - ти Рәсәй студенттар отряды идараһы рәйесе, Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Юлия Дрожжина.
Был көндө Өфөлә лә иҫтәлекле саралар үтте, шул иҫәптән “#Беҙбергә булғанға рәхмәт” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә студенттар һәм уҡыусылар менән осрашыу ойошторолдо. Унда Башҡортостандың студент отрядтары пиар-бүлеге етәксеһе Влада Сәйфуллина, Йәштәр халыҡ фронтының төбәк координаторы Рөстәм Сәләхетдинов һәм башҡалар ҡатнашты.
- Өфөлә Рәсәйгә уның тарихи төбәктәре ҡушылған көндө студенттар менән мәғариф блогын уҙғарҙыҡ. Йәштәр ойошмаларының - Ҡара диңгеҙ буйында нефть продукттары түгелеү, Башҡортостан ирекмәндәренең янғындар һәм һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә өлөш индереүҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына ярҙамдары тураһында һөйләнек. Дөйөм көс менән беҙ ҙур булмаған, әммә мөһим өлөш индерәбеҙ. Берҙәмлектә – еңеү! – ти Влада Сәйфуллина.
Шулай уҡ “#Беҙбергә булғанға рәхмәт” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Донецк Халыҡ Республикаһының махсус хәрби операцияһы бурыстарын үтәгәндә һәләк булған ирекмәндәре Давид Соколов һәм Николай Ковалев иҫтәлегенә фотокүргәҙмә ойошторолдо. Николай медик булараҡ халыҡҡа ярҙам күрһәтә, ауыр һәм хәүефле эш башҡара. Давид студент-сәйәсмән була, тарих факультетында уҡый, әҙәбиәт һәм фотоға төшөрөү менән мауыға. Уның эштәрен ӨДНТУ-ның 12-се корпусында 2 октябргә тиклем ҡарарға мөмкин.
Белешмә:
Башҡортостандың студент отрядтары - Рәсәй йәштәренең ҙур бер хәрәкәте. 2015 йылдан алып студенттар отряды мәктәбен 50 меңдән ашыу кеше үтеп, үҙҙәренең тәүге хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булып, лайыҡлы эш хаҡы ала һәм ил үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.
Был хәрәкәткә ҡушылып, эшсе һөнәрҙәргә эйә булырға һәм ил генә түгел, халыҡ-ара кимәлдәге эре проекттарға ҡушылырға теләйһегеҙ икән, трудкрут.com сайтында теркәлергә йәиһә 8 800 770 0 117 телефон һандары аша шылтыратырға мөмкин.
Сығанаҡ – “Молодежная газета".