Йәмғиәт
2 Октябрь 2025, 04:50

Кибетте кем емергән?

Кәзә тәкәһе төндә һыра кибетенә килә лә...

Кибетте кем емергән?Кибетте кем емергән?
Кибетте кем емергән?

Нуриман районы үҙәге Красная Горкала кәзә тәкәһе төнөн һыра кибетенең һәм кафеның ишектәрен емергән һәм эскә үткән.

Был ике хәл дә видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Кадрҙарҙан күренеүенсә, хужалыҡтан ҡасып киткән тәкә ошо урынға сабып килә һәм, кафеның быяла ишегендә үҙенең шәүләһен күреп, “дошман”ын һөҙөргә була. Ишек емерелә, тәкә эскә үтә. Әммә бында һыра кибетенең витрина быялаһында тағы шәүләһен күреп, йәнә һөҙөшә башлай. Уныһын да ватҡас, сығып ҡаса.

Иртән эшкә килгән һатыусылар тәүҙә быны кеше ҡылығы тип уйлай, видеоны ҡараһалар – кәзә тәкәһе икән!

Фото: Нуриман районы төрөкөмө.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас