

"Мин килен булып төшкәндә ҡайным менән ҡәйнәмә ҡырҡ биш йәш тә тулмаған ине. Икеһе лә һау-сәләмәт, емертеп донъя көтөр саҡтары. Кейәүгә сыҡмаған бикәс, өйләнмәгән ҡәйнеш булыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең бергә йәшәүебеҙҙе теләне.
Арыуыҡ ваҡыттан һуң башҡаланырға булғас, ҡәйнәм ҡырҡа ҡаршы төштө, әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Шулай ҙа иптәшем менән район үҙәгенә күсеп, йорт һалып индек, тырышып эшләнек, балалар үҫтерҙек.
Бикәсем кейәүгә сығып, тыуған йортонан китте. Төпсөк бала – ҡәйнешем өйләнгәс, башланды ла инде мәхшәр. Туйҙан алда уҡ ҡәйнәм үҙ сәйәсәтен ҡайырҙы: бер ҡайҙа ла китмәйһегеҙ, бергә йәшәйһегеҙ, һеҙ беҙҙе көтөргә тейешһегеҙ...
Әммә йәштәр ҡалала төпләнергә ҡарар итте. Йәш кенә килендәшем ниндәй генә ҡарғауҙарға дусар булманы. Шул ыңғайы туҡмаҡтың бер башы беҙгә лә төшә.
Ул хәлдәрҙән һуң егерме биш йыл ваҡыт үтте, ҡайным гүр эйәһе булып ҡалды. Хәҙер үҙебеҙ – олатай-өләсәй. Тик ҡәйнәм һаман талауҙан туҡтамай. “Игелекһеҙҙәр, мине ҡарамайһығыҙ, ҡартайғас, кәрәгем юҡ”, – тип һуҡрана. Шул холҡо менән тамам биҙҙерҙе. Аҙна һайын тигәндәй барып ярҙам итәбеҙ, ҡушҡан йомошон үтәйбеҙ, һорағанын алып бирәбеҙ. Тик ниңәлер балаларының үҙаллы йәшәүен ҡабул итә алмай. Бармы һеҙҙең арағыҙҙа шундай ҡәйнәләр?
Дилә. Баймаҡ районы".
Фото: нейроселтәр.