Йәмғиәт
5 Октябрь 2025, 07:30

Хәҙер колбаса ашамайбыҙмы инде?

Уны һатыу кәмей. Ни өсөн? 

Хәҙер колбаса ашамайбыҙмы инде?Хәҙер колбаса ашамайбыҙмы инде?
Хәҙер колбаса ашамайбыҙмы инде?

Сауҙала колбаса һатыу аҙая, сөнки ҡулланыусыларҙың уға ышанысы ла кәмей. Был турала  “Ntech” аналитик компанияһы хәбәр итте.

Һатыу күләмен арттырыу өсөн етештереүселәр уның үҙҡиммәтен түбәнәйтергә тырыша, ә был иһә бөтә төр колбасаларҙың сифатын насарайта.Сауҙа ойошмалары ла һуңғы йылдарҙа уның хаҡын күтәрә алмай, шулай ҙа һатыу күләме кәмей бара.

“2023 йылдан алып иттең хаҡы туҡтауһыҙ үҫә бара, тимәк, унан эшләнгән колбасаға хаҡ йәнә өҫтәлергә тейеш, ә был хәл күҙәтелмәй. Нисек була инде ул? – ти ошо компания етәксеһе Дмитрий Трифонов. – Фәҡәт ит консерваларына ҡарата ғына уларҙың тәбиғи сеймалдан эшләнгән булыуына шик тыумай, шуға уларҙы һатыу ҙа кәмемәне”.  

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас