Йәмғиәт
5 Октябрь 2025, 06:35

Стәрлебаш яҡтарын күреп ҡайттыҡ

Был тарафта “нигеҙ бутҡаһы” тигән бер-береңә ярҙам итеү йолаһы һаҡланған.  

Стәрлебаш яҡтарын күреп ҡайттыҡСтәрлебаш яҡтарын күреп ҡайттыҡ
Стәрлебаш яҡтарын күреп ҡайттыҡ

Республикабыҙҙың һәр төбәгендә гәзитебеҙ дуҫтарын күбәйтеү маҡсатында Стәрлебаш яҡтарында булып ҡайттыҡ.Төрлө тармаҡта хеҙмәт итеүсе уңғандар, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән күрештек.

Иҫке Ҡалҡаш ауылындағы Барый Арыҫланғолов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективын күреп сыҡтыҡ. Күп яҡта ауылдарҙа тормош һүнеп барыу күренеше күҙәтелһә, бында тормош гөрләп тора. Йәш фермерҙар төпләнеүе эш урындарын булдырырға ярҙам итә, йәштәр төпләнгәс, мәктәптә балалар ҙа бөтмәй.

- Беҙҙең ауылда халыҡ берҙәм, татыу. Бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәйҙәр. Өй һалғанда өмә итеү күренеше һаман да бар әле. “Нигеҙ бутҡаһы” тигән бик матур йола һаҡлана. Мәҫәлән, бер кеше өй һала икән, уның күршеләре өмәселәргә ризыҡ бешереп алып бара йәки аҙыҡ-түлек кертә. Бөтә нәмә лә аҡсаға ҡоролмаған, шуныһы һөйөндөрә, –тип һөйләне мәктәп директоры Земфира Ҡотлошина.

Мәктәптә балалар өсөн дә барлыҡ шарттар ҙа бар. Бинаға күптән түгел капиталь ремонт үткәрелгән, өр-яңы йыһаздар алынған, Стәрлебаш музыка мәктәбенән уҡытыусылар килеп, ҡурай, фортепиано буйынса дәрестәр алып бара.

Стәрлебаш районынан мәҡәләбеҙҙе гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Автор фотоһы.

  

Стәрлебаш яҡтарын күреп ҡайттыҡ
Стәрлебаш яҡтарын күреп ҡайттыҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас