

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәре 2022-2025 йылдарҙа 751,7 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алды. Был хаҡта вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Баҡса ширҡәттәрен үҫтереү мәсьәләләре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тикшерелде.
Шулай, 297 ширҡәттә барыу юлдары ремонтлана, 63-өндә 11,4 мең электр энергияһын иҫәпкә алыу приборы ҡуйыла. Бынан тыш, 218 СНТ эске инфраструктура объекттарын һыу менән тәьмин итеү һәм янғын һүндереү системаларын, контейнер майҙансыҡтарын ремонтлау сығымдарын компенсациялай.
Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, баҡса ширҡәттәре халҡы өсөн шәхси янғын тураһында иҫкәртеү ҡорамалдарын һатып алыуҙы дауам итәләр. 2023 йылдан алып бөтәһе 3 меңдән ашыу дана ҡуйылған. 2025 йылда баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәһендә янғындар һаны 2024 йыл менән сағыштырғанда 45 процентҡа кәмегән.
Баҡсасылыҡ секторына ярҙам итеүҙең тағы бер төп йүнәлеше – Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса үткәрелгән социаль догазификациялау. Был программа сиктәрендә бөтәһе 3,3 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән, зәңгәр яғыулыҡ 754 участкаға килтерелгән. Төбәктә 433 СНТ-ла 15 меңдән ашыу йорт социаль догазификация шарттарына эләгеүе ихтимал.
Баҡса ширҡәттәре шулай уҡ конкурс сиктәрендә Башҡортостан Башлығының 500 мең һум күләмендәге гранттарына өҫтәмә ярҙамға дәғүә итә ала. 2025 йылда уларҙың хужалары 14 СНТ була, аҡсалар эске инфраструктураны яҡшыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
Төбәк етәксеһе баҡсасылыҡ секторын үҫтереүгә комплекслы ҡараштың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Ширҡәттәр менән идара итеү системаһын булдырыуыбыҙ мөһим. Муниципалитеттарҙа хакимиәт башлыҡтарының яуаплы урынбаҫарҙары бар. Улар даими рәүештә СНТ вәкилдәре менән осраша, көнүҙәк мәсьәләләрҙе аңлата, – тине Радий Хәбиров. - Бынан тыш, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа баҡсасылыҡ продукцияһын һатыу өсөн бушлай урындар ойошторҙоҡ. Киләһе миҙгелгә бындай нөктәләрҙең һанын һаҡлап ҡалып уларҙы тәртипкә килтереү мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.