Йәмғиәт
6 Октябрь 2025, 06:30

Электр өсөн хаҡ артырмы?

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт Башҡортостанда электр энергияһы өсөн түләү тарифын арттырыу проектын эшләне

Электр өсөн хаҡ артырмы?Электр өсөн хаҡ артырмы?
Электр өсөн хаҡ артырмы?

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт Башҡортостанда электр энергияһы өсөн түләү тарифын арттырыу проектын эшләне.

Документта был ресурсҡа хаҡты 1 октябрҙән 11 процентҡа күтәрергә тәҡдим ителә. Ул саҡта бер киловатт сәғәттең минималь хаҡы 5,44 һум буласаҡ.

Проекттағы аңлатмала әйтелеүенсә, тарифтың артыуы Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеше күҙалланыуы буйынса электр энергияһына хаҡтың арытыу индексына тура килә – ул 11,3 процент тәшкил итә. Был осраҡта 2026 йылдың ғинуар – июнендә хаҡтар 2025 йылдың икенсе яртыһына кимәлендә һаҡланасаҡ.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас