

Башҡортостанда 2024 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын һәм НДФЛ түләү буйынса күләмле мәғлүмәт кампанияһы башланды. 2025 йылдың 1 декабренә тиклем төбәктең тупланма бюджетына 8 миллиард һумдан ашыу аҡса инергә тейеш. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Агапов хәбәр итте.
Быйыл һалымдарҙы ваҡытында түләүҙе һәм бөтә кимәлдәге бюджеттарҙы тотороҡло тулыландырыуҙы тәьмин итеү өсөн халыҡ менән мәғлүмәт-аңлатыу эшен көсәйтеүгә айырыуса иғтибар бүленде. Һалымдарҙың иҫәпләнгән суммаһы уҙған йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа – 1 миллиард һумға артҡан. 1 октябргә ҡарата 705 миллион һум түләнгән.
Республика көнөнә ҡарата һалым органдары күп функциялы үҙәк офистарында “Минең һалымдарым – минең республикам” акцияһын үткәрә. Бынан тыш, артабан таратыу өсөн муниципалитеттарға һәм төбәк башҡарма власть органдарына ебәреләсәк мәғлүмәт контенты әҙерләнде.
Физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымдарының яртыһынан ашыуы – яҡынса 4,2 миллиард һум – урындағы бюджеттарға инә. Шуға күрә муниципалитеттар мәғлүмәт кампанияһын үткәреүҙә төп роль уйнай. Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренә халыҡҡа һалымдарҙы ваҡытында түләү кәрәклеге тураһында мәғлүмәт биреү бурысына яуаплы ҡарарға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.