

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш үтте. Байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә бик күп ҡотлауҙар килде. Уларҙың береһе Абхазия Президенты Бадра Гунбанан ине. Уны республиканың вице-президенты Беслан Бигвава уҡып ишеттерҙе. Ҡотлауҙа шундай һүҙҙәр ҙә бар ине:
“Башҡортостан – сәнәғәт, аграр һәм социаль өлкәләрҙә, шулай уҡ бай мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа мөһим ҡаҙаныштарға өлгәшкән Рәсәй Федерацияһының иң ҙур һәм алдынғы төбәктәренең береһе. Абхазия менән Башҡортостанды күп йылдар дауам иткән дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләй. Беҙ дуҫлыҡты юғары баһалайбыҙ, ул күп йүнәлештәр буйынса әүҙем үҫешә. Абхазия менән Башҡортостан араһында файҙалы хеҙмәттәшлек артабан да тәрәнәйер һәм яңы, тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сығыр, тип ышанам”.
Беслан Бигвава Башҡортостан менән Абхазияны күп йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләй, тине.
– Башҡортостан халҡына сәскә атыу, именлек, тыныслыҡ теләйем. Республика етәкселегенә – ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә уңыштар, –тине Абхазия вице-президенты.
Шулай уҡ Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда түбәндәгеләр әйтелә:
"Бөгөн республика заман талаптарын һөҙөмтәле үтәй, иҡтисади мөмкинлектәрен арттыра, социаль инфраструктураны камиллаштыра. Мәғариф өлкәһенә, квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә, һәләтле йәштәрҙең үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, иртә һөнәри йүнәлеш алыуға ҙур иғтибар бүленә. Вуз-ара студенттар кампусы эшләй. Сәнәғәттә, ауыл хужалығында, эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар менән эшләүҙә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшелә. Киләсәктә лә Башҡортостан йылдам үҫешер, илдең хужалыҡ-ара бәйләнештәр системаһында мөһим звено булып ҡалыр, тип ышанам. Именлек һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем”.
Бынан тыш Республика Башлығы һәм республика халҡы исеменә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан, федераль структуралар, Рәсәй төбәктәре етәкселәренән, сит ил дәүләттәре вәкилдәренән ҡотлауҙар килде.
Чечен Республикаһы Башлығы, Рәсәй Геройы Рамзан Ҡадировтың ҡотлауында былай тиелә:
"Был байрам һеҙҙең халҡығыҙҙың тәрән, тарихи тамырҙарын, бай мәҙәниәтен һәм йолаларын, ғәжәп ҡаҙаныштарын иҫкә төшөрә. Башҡортостан Республикаһы – халыҡтарҙың, телдәрҙең һәм мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө мәңгелеккә үрелеп барған ер. Башҡортостан республикаһы халҡы мәнфәғәтенә дәүләт эшенә хеҙмәт итеүҙә тыныслыҡ, именлек һәм артабанғы үҫештә уңыштар, емешле эш, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, яңы көс һәм энергия теләйем”.
Тантаналы йыйылыш Башҡортостан сәнғәт оҫталарының байрам концерты менән тамамланды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.