

Асҡын районының Гөмбә ауылы халҡы көҙ етһә, шау-гөр килеп, өмәләр үткәрергә тотона. Лира һәм Фларит Рәхимовтар был күңелле эште башҡаларҙан иртәрәк башланы. Ауыл кешеһенең эше лә, байрамы ла бергә. Күрше-күлән ең һыҙғанып ярҙамға килә, өй эсе йырға, уйын-көлкөгә тула .Кемдер ҡаҙ йолҡа, кемдер йыуа-сайҡата, берәүҙәр оҫталыҡ дәрестәре менән бүлешә.Быуындан-быуынға күсеп килгән хеҙмәт байрамы туғандарҙы, күрше-күләнде нығыраҡ берләштерә, аралаштыра, туғанлыҡ тамырҙарын нығыта.
Бына мәшәҡәтле эш тамамлана, хужабикә аш-һыу тирәһендә өйрөлә, табынға ҡаҙ ите менән бешерелгән бәлеш тә килеп ултыра, өҫтәл тирәләй йәше-ҡарты, бала-саға урын ала... Ҡаҙ өмәләре – ябай хеҙмәт кенә түгел, ә үткәнде киләсәк менән тоташтырыусы күпер. Бәхет бит тап ошондай ваҡ ғәмәлдәрҙә сағыла – тыуған яғыңдағы хеҙмәттә, яҡындарың менән аралашыуҙа, ата-бабалар традицияларына хөрмәттә.
Фото: “Аскинская новь” гәзите.