Йәмғиәт
10 Октябрь 2025, 15:30

Ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған байрам саралары сиктәрендә төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Абхазия Республикаһы делегацияһы менән берлектә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды һәм Ағиҙел йылғаһы буйындағы Колоннадала булды.

Ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләйНыҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй
Ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған байрам саралары сиктәрендә төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Абхазия Республикаһы делегацияһы менән берлектә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды һәм Ағиҙел йылғаһы буйындағы Колоннадала булды.

Сарала Абхазия вице-президенты Беслан Бигвава, Абхазия юстиция министры Анри Барциц һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан менән Абхазия араһында бәйләнештәр ныҡлы һәм ваҡыт менән һыналған, ике республиканы сауҙа-иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар өлкәләрҙә күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек бәйләй.

- Бөгөн Башҡортостанға Абхазия делегацияһының килеүе беҙгә айырыуса ҡыуаныслы. Беҙ бында - уртаҡ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек символына килмәй булдыра алманыҡ. Башҡортостан Республикаһы көнө — төп милли байрамыбыҙ алдынан абхаз халҡы менән туғанлыҡ мөнәсәбәттәребеҙ айырыуса мөһим. Тап ошо дуҫлыҡ билдәһе итеп бер йыл элек Өфөнөң Ағиҙел ярында Колоннада асылды. Абхаздар өсөн ул диңгеҙгә ҡапҡа символы булып тора, ә беҙҙең өсөн — халыҡтарыбыҙ араһындағы дуҫлыҡ ҡапҡаһы. Колоннаданың Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуын кәүҙәләндергән Дуҫлыҡ монументы эргәһендә урынлашыуы ла мөһим. Башҡортостандың мәҙәниәт, иҡтисад, тәбиғәт ресурстары һәм кеше капиталы өлкәһендә ҙур потенциалы бар. Һәм беҙ Абхазия Республикаһы менән бергә был мөмкинлектәрҙе халҡыбыҙ мәнфәғәтендә файҙалана алырбыҙ, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Абхазия вице-президенты Беслан Бигвава Башҡортостан етәкселегенә һәм халҡына халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа ярҙам иткәне, изге күңеллелеге, тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы.

- Тәү сиратта шуны билдәләп үтергә теләйем: мин бында, Өфөлә икенсе тапҡыр һәм һәр саҡ башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығына һоҡланам. Беҙҙең дуҫтарса мөнәсәбәттәр тиҫтә йылдар буйына — 1993 йылда Өфөлә Абхазия вәкиллеге асылғандан бирле дауам итә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа Башҡортостан беҙгә туғандарса ярҙам күрһәтте: бында тәүге студенттарыбыҙ килде һәм һеҙҙең юғары уҡыу йорттарында белем алды; Абхазияға медикаменттар, аҙыҡ-түлек, нефть продукттары оҙатылды. Халҡыбыҙ был ярҙам өсөн сикһеҙ рәхмәтле. Беҙҙең дуҫлыҡты күп һанлы ихтирам һәм хәтер билдәләре раҫлай: Сухумиҙа - Башҡорт урамы, ә Өфөлә Абхаз урамы бар. Бер йыл элек һеҙҙең ҡалала Сухуми яр буйындағы данлыҡлы колоннаданың теүәл күсермәһе булған Колоннада асылды. Был мөнәсәбәттәрҙең йылдан-йыл нығыныуына һәм үҫешеүенә тағы бер сағыу дәлил, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Абхазия вице-президенты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө Колоннадаһы - 1948 йылда төҙөлгән Сухуми яры буйындағы ҡоролманың күсермәһе. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Абхазия Республикаһы Хөкүмәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеүҙең маҡсаты - төбәктәр араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу, бизнесты, туризмды, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү.

Фото: pravitelstvorb.ru

Ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй
Ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй
Ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй
Ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй
Ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас