Йәмғиәт
10 Октябрь 2025, 15:50

Уңыштарыбыҙ күп, иң мөһиме - берләштек!

Радий Хәбиров тантаналы йыйылышта республиканың ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. 

Уңыштарыбыҙ күп, иң мөһиме - берләштек!Уңыштарыбыҙ күп, иң мөһиме - берләштек!
Уңыштарыбыҙ күп, иң мөһиме - берләштек!

Республика көнө айҡанлы ойошторолған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың төрлө тармаҡтағы ҡаҙаныштары, уңыштары тураһында һөйләне.

Тәү сиратта ул иҡтисадҡа туҡталды.

– Предприятиеларыбыҙға айырым рәхмәт. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, улар иҡтисадты, оборона-сәнәғәт комплексын нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә. Беҙ сәнәғәт производствоһы, инвестициялар буйынса юғары позицияларҙы һаҡлайбыҙ. Индустриаль һәм технопарктар һаны буйынса лидер булып ҡалабыҙ. Инвесторҙар һорауы буйынса “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһен киңәйтәбеҙ. Күптән түгел республика өсөн мөһим энергетика объекттарын сафҡа индерҙек. Пилотһыҙ авиацияны үҫтереү буйынса өс лидер төбәк иҫәбенә инә. Махсус хәрби операция барышында үҙен һөҙөмтәле күрһәткән FPV-дрондар етештереүҙе үҙләштерәбеҙ һәм алғы һыҙыҡҡа оҙатабыҙ, – тине ул.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, беҙ лайыҡлы рәүештә нефтьселәр, машиналар эшләүселәр, металлургтар, тау эшселәре, химиктар, тегенселәр менән ғорурланабыҙ. Ул ауыр һауа шарттарында өсөнсө йыл рәттән лайыҡлы уңышҡа өлгәшкән аграрийҙарҙы айырым билдәләп үтте. Быйыл – 3,8 миллион тонна иген, был уҙған йылға ҡарағанда дүрттән бер өлөшкә күберәк. Май орлоҡтарын тулайым йыйыуҙы ике тапҡырға тиерлек арттырҙылар – ярты миллион тоннаға тиклем. Шәкәр сөгөлдөрө буйынса уңыш яҡшы, бөгөндән 1,7 миллион тонна самаһы ҡаҙып алынған.

Республика торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғылыҡты һаҡлап ҡала. Быйыл 1,5 миллион квадрат метр төҙөлгән дә инде. Йөҙҙәрсә километр яңы юлдар һәм күперҙәр төҙөлә. Быйыл М–12 тиҙ йөрөшлө федераль трассаһының Дүртөйлө-Әчит участкаһы асылды. 11 октябрҙә реконструкциянан һуң Ағиҙел аша тарихи аркалы күпер буйлап хәрәкәт башлана.

– Быйыл Стәрлетамаҡты урап үткән Өфө – Ырымбур автомобиль юлын дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтә башланыҡ. Өс йыл эсендә был эште тамамлайбыҙ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлын реконструкциялайбыҙ, был Өфө – Инйәр – Белорет юлына альтернатива буласаҡ, – тине республика етәксеһе. – Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек уңышлы үҫешә. Беҙ яңы баҙарҙарҙы үҙләштерәбеҙ, предприятиеларыбыҙ өсөн мөһим урындарҙы биләйбеҙ. Һөҙөмтәлә тауар әйләнеше артыуын тәьмин иттек. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Абхазия менән ныҡлы бәйләнеш булдырылды. Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыуҙы дауам ителә. Быйыл, мәҫәлән, Президент ҡатнашлығында Республика кардиология үҙәгенең бик кәрәкле хирургия корпусы асылды. Асылғандан алып бында 5,5 меңдән ашыу операция башҡарылған. Һәр шундай операция – ҡотҡарылған ғүмер. Йыл аҙағына тиклем Әбйәлил, Асҡын, Благовещен, Учалы, Баҡалы һәм Яңауыл райондарында алты поликлиника сафҡа индереү планлаштырыла.

Республика – фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса илдә алдынғылар рәтендә, улар беҙҙә ике меңдән ашыу. – 2019 йылдан алып беҙ 635 яңы ФАП һәм амбулатория төҙөнөк. Һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты – яңы. Уларҙың барыһы ла интернетҡа һәм телемедицинаға тоташҡан, – тине Радий Фәрит улы. – Быйыл мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу буйынса федераль программаһы сиктәрендә 35 яңыртылған мәктәп, ике балалар баҡсаһы һәм ике колледж асылды. Декабрҙә беҙ Кузнецов затонында 2 200 урынлыҡ – Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәпте асасаҡбыҙ. Быйыл Тәтешле районында һәм Стәрлетамаҡта полилингваль мәктәптәр асылыу менән уларҙың һаны 11-гә етте, был селтәрҙе артабан үҫтерәсәкбеҙ.

Бынан тыш Республика математика лицей-интернатын төҙөүҙә Президенттың ярҙамы алынды. Августа был эште башлайҙар. Тиҙҙән бөтә республиканан 360 һәләтле бала өсөн инновацион учреждение барлыҡҡа киләсәк. Был эштәр һөҙөмтәһеҙ ҡалмай – бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны арта, БДИ-ны 100 балға тапшырыусылар буйынса быйыл рекорд ҡуйылған.

Шулай уҡ республика етәксеһе фән тармағына күрһәтелгән ярҙам тураһында һөйләне. Башҡортостанда 4,5 мең тикшеренеүсе бар, уларҙың һәр бишенсеһе – 29 йәшкә тиклемге йәш ғалим. Улар өсөн лабораториялар, үҙәктәр асыла, гранттар, торлаҡ, стипендиялар бирелә.

Спорт тармағы ла даими уңыштар менән ҡыуандыра. Былтыр төҙөлгән Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, ишкәкле слалом комплексы һәм башҡа объекттар гөрләп тора, уларҙа ярыштар һәм күнекмәләр үтә. Яңынан-яңы спорт объекттары асыла һәм төҙөлә.

Мәҙәниәт тармағына туҡталып, Радий Фәрит улы Башҡортостанды иң күп уҡыған төбәк исемен алды тине. Йылдың-йылы “Китап” байрамы, “Әйҙә уйнарға”, “Көҙ романтикаһы”, “Геройҙар ваҡыты”, “Тамға”, “АРТ-Ҡоролтай” кеүек форум һәм фестивалдәр нығыраҡ танылыу яулай. Быйыл театрҙарыбыҙ бер юлы ете “Алтын битлек” алып рекорд ҡуйҙы. Ә AY YOLA төркөмө беренсе халыҡ-ара “Интервидение” музыка конкурсында Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәниәтен тәҡдим итте.

– Беҙ легендар Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялай башланыҡ. Беҙҙең өсөн һәм шәхсән минең өсөн был бик ауыр ҡарар булды. Быға бик яуаплы ҡараныҡ, сөнки төп бурыс – был һәйкәлде киләһе быуындар өсөн һаҡлау. Ҙур әҙерлек эше башҡарылды. Василий Зурабович Церетелиға, Рәсәй художество академияһының иң яҡшы белгестәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Билдәләнгән ваҡыт үтеү менән республикабыҙ символы, әлбиттә, быуаттарға үҙ урынын биләйәсәк. Беҙ шулай уҡ Салауат районында милли геройыбыҙ исемен йөрөткән музейҙы яңыртасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы туризм, геопарктар селтәртен үҫтереү, ҡала һәм райондарҙы төҙөкләндереү, яңы музейҙар төҙөү һәм башҡа ҡаҙаныштар тураһында ла әйтте.

Уңыштар күп, шулай ҙа иң мөһиме беҙҙең берләшеү тип атаны Радий Фәрит улы. Намыҫлы хеҙмәт иткән, республиканы үҫтерергә тырышҡандар күп. Йәмәғәт татыулығын нығытыуҙа рухи лидерҙарыбыҙ айырым роль уйнай. Уларҙың аҡыллылығы һәм бәхәсһеҙ абруйы – республикала тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡтоң ышаныслы нигеҙе.

– Иртәгә, 2018 йылдың 11 октябрендә ил Президенты Владимир Путин миңә Башҡортостанды етәкләргә ышанып тапшырыуына теүәл ете йыл буласаҡ. Һәм бөгөн бер генә нәмәне әйтергә теләйем: ауыр һынауҙарлы был ауыр йылдарында мин үҙ республикам, халҡым менән бергә булдым. Һәм бөтә көсөмдө Тыуған Башҡортостанды үҫтереүгә бағышланым. Республикабыҙ менән ғорурланам һәм Башҡортостан халҡына ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! – тип тамамланы ул сығышын.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас