Йәмғиәт
10 Октябрь 2025, 15:35

Йәштәр күплеге – өҫтөнлөк тә, яуаплылыҡ та

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров менән осрашты.

Йәштәр күплеге – өҫтөнлөк тә, яуаплылыҡ таЙәштәр күплеге – өҫтөнлөк тә, яуаплылыҡ та
Йәштәр күплеге – өҫтөнлөк тә, яуаплылыҡ та

Бөгөн, 10 октябрҙә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров менән осрашты. Көн тәртибендә - төбәктә йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре.

Башҡортостан был өлкәлә интенсив һәм һөҙөмтәле эш алып барҙы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Республика йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй.

– Беҙҙә миллиондан ашыу йәш кеше йәшәй - был беҙҙең өҫтөнлөгөбөҙ ҙә, беҙҙең ҙур яуаплылығыбыҙ ҙа. Беҙ йәштәр сәйәсәтенә етди иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Йәштәр комитеты йүнәлеше буйынса тормошҡа ашырылған бөтә проекттарҙы ла сифатлы башҡарабыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. - Яңы үҙәктәр асабыҙ, балалар осраша, аралаша, идеяларын тормошҡа ашыра алырлыҡ киңлектәр булдырабыҙ.

Республика етәксеһе шулай уҡ тәрбиә һәм мәғрифәтселек эшен ойоштороу кәрәклегенә иғтибар итте.

Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә системалы ҡараш күрһәтә һәм был өлкәлә лидерҙарҙың береһе булып тора, тип билдәләне Григорий Гуров.

- Республикала йәш быуын менән эш юғары кимәлдә ойошторолған. Йәштәр эштәре буйынса айырым министрлыҡ булдырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Был теманың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала, - тине ул. - Инфраструктураға инвестициялар йүнәлтеү мөһим. Бөгөн беҙ йәштәр үҙәктәренә барҙыҡ, уларҙың йәнле, заманса киңлектәр икәнен күрҙек.

Шулай уҡ бөгөн Бөтә Рәсәй «Йәштәр өсөн төбәк» конкурсында ҡатнашыуға Башҡортостандың ғаризаһын әҙерләү тикшерелде. Проект сиктәрендә республикала бер нисә социаль объектты реновациялау планлаштырыла. Бынан тыш, Григорий Гуров сәфәре барышында донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы эше менән танышыуы хаҡында һөйләне.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса йәштәр сәйәсәтен үҫтереү өлкәһендә берлектәге эште дауам итеү хаҡында килешелде.

 - Федераль ведомстволар етәкселәренең килеүенә һәр саҡ шатбыҙ. Беҙгә эшебеҙгә баһа алыу һәм тағы ла яҡшыраҡ эшләргә мөмкинлектәр барлығын күреү өсөн мөһим, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

 

Йәштәр күплеге – өҫтөнлөк тә, яуаплылыҡ та
Йәштәр күплеге – өҫтөнлөк тә, яуаплылыҡ та
Йәштәр күплеге – өҫтөнлөк тә, яуаплылыҡ та
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас