Йәмғиәт
11 Октябрь 2025, 15:00

"Был ҡыҙ минеке буласаҡ!"

31 декабрь көндө дөйөм ятаҡта ҡыҙҙар менән Яңы йылды ҡаршы алырға әҙерләнеп йөрөгәндә, беҙҙең менән байрам итергә әхирәтемдең дуҫ егеттәре килеп керҙе...  

"Был ҡыҙ минеке буласаҡ!""Был ҡыҙ минеке буласаҡ!"
"Был ҡыҙ минеке буласаҡ!"

Оҙаҡ йылдар ғүмер итһәләр ҙә, бер-береһен яратып, тартып торған парҙар һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Миәкә районына эш сәфәре мәлендә һоҡланғыс матур ғаиләне тап иттем – улар Сурай ауылынан Гүзәл менән Рәмис Баһауетдиновтар. Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы 8 Март байрамы уңайынан “Бәйләнештә” төркөмөндә уҙғарылған  конкурста бик әүҙем ҡатнашҡайны, яҡташтарының уға ҡарата хөрмәте шунда ла сағылғайны.

Әлшәй ҡыҙы менән Миәкә егете ҡайҙа танышҡан?

Был ғаилә менән танышыу өсөн Сурай яҡтарына ашҡынып барҙыҡ. Тирә-яғы сәскәләргә күмелгән  күркәм  йорт ҡаршы алды беҙҙе. Хужаларҙың егәрлелеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Йорт-ихата төҙөк, өйҙә барлыҡ заманса уңайлыҡтар булдырылған, һәр ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек.

Гүзәл апай менән Рәмис ағай  бик ихлас булып сыҡты. Шулай ҙа иң һоҡландырғаны уларҙың уҙ-ара йылы мөнәсәбәте. Һөйләштә лә, һәр ҡылыҡта был сифаттар ярылып ята.

Бергә ғүмер итеүҙәренә быйыл 37 йыл тулған икән. Һүҙебеҙҙе Әлшәй ҡыҙы менән Миәкә егетенең танышып ҡауышыу мәлдәренән башланыҡ.

–Бәләбәй ҡалаһында таныштыҡ. Ашнаҡсы булып эшләй инем. 31 декабрь көндө дөйөм ятаҡта ҡыҙҙар менән Яңы йылды ҡаршы алырға әҙерләнеп йөрөгәндә, беҙҙең менән байрам итергә әхирәтемдең дуҫ егеттәре килеп керҙе. Улар араһында буласаҡ тормош иптәшем Рәмис тә бар ине.Минең ул ваҡытта йөрөгән егетем юҡ ине.  Шунда бер-беребеҙгә күҙ һалдыҡ, – тип һөйләп алып китте Гүзәл апай.

Уға Рәмис ағай ҙа ҡушылды:

–1 ғинуар көндө күмәкләшеп киноға барып килдек. Гүзәл шунда уҡ күңелемә оҡшаны, үҙе ипле, үҙе матур булыуы  иғтибарымды йәлеп итте. “Был ҡыҙ минеке буласаҡ”, тип дуҫ егеттәргә әйтеп ҡуйҙым.

Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс,  ҡыҙ егетте үҙенең ауылына һабантуйға яҡындары менән таныштырырға алып ҡайта. Ҡыҙҙың атаһы егетте оҡшата, фатихаһын бирә. Йәштәр һабантуйҙан йөрөп ҡайтыуға туғандары  йыйылып көтөп торған була. Күрше ауылдан абыстайҙы алып килеп никах уҡыталар. Ә 1988 йылдың июлендә туйҙары була.

Үкенескә ҡаршы, әсәһе ҡыҙының туйын күрә алмай, алты балаһын ҡалдырып 35 йәшендә генә ул  был донъянан китеп бара. Ул ваҡытта иң бәләкәс сабыйына бер йәш кенә була.

Туғандарының да туйҙарын үткәрә Баһауетдиновтар

Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы  кейәүгә сыҡҡан йылда атаһы ла яҡты донъя менән хушлаша.

– Атайымдың әйткән һүҙҙәре әле лә хәтеремдә. Сурайға ҡунаҡҡа килгәйне ул мәлдә.  “Ҡыҙым, бик матур ергә килен булып төшкәнһең, ауылы ла беҙҙекенә оҡшап тора. Иҫән-һау йәшәгеҙ. Мин һинең генә туйыңды күрә алырмын инде", тине. Ауырығас, атайым үҙенең китәсәген һиҙҙе, 51 йәшендә  мәрхүм булды,  – тине  әңгәмәсем.

Гүзәл апайҙан өлкәнерәк ағаһы Сәүбән була, бәләкәсерәктәр –  Раян, Кәримә, Светлана, Азамат иртә ата-әсәһен юғалта. Яңы ғына өйләнешкән булһалар ҙа,  Гүзәл апай менән Рәмис ағай  ҡусты-һеңлеләрен ярҙамдан өҙмәй.   Улар  ошо йортҡа һәр ваҡыт ҡайтып йөрөй. Хатта иң бәләкәсен опекунлыҡҡа ла алалар.

–Ауылға ҡайтырға тигән уй юҡ ине башта. Бәләбәйҙә төпләнеп ҡалырға тигән маҡсат булды. Һуңынан туғандарымдың ҡайтып йөрөр урыны булһын тип, Сурайға ҡайттыҡ. Ҡәйнәм, ҡайным менән бергәләп ғүмер иттек. Кәримә, Светлана, Азаматтың туйҙарын үткәрҙек. Атай-әсәйем булмағас, ирем менән улар урынына йөрөнөк. Шул ауыр мәлдәремдә ирем бер ҡасан ауыр һүҙ әйтмәне, туғандарымды яҡын итеп торҙо. Шуға уға рәхмәтлемен, – тине тормош иптәшенә йылы ҡарашын ташлап.

Гүзәл апай менән Рәмис ағай үҙҙәре лә бик матур балалар тәрбиәләйҙәр. Улдары Динар менән ҡыҙҙары Алһыу икеһе лә ғаилә ҡороп, Өфөлә төпләнгән. Аяз һәм Инзилә исемле ейән-ейәнсәрҙәренә өләсәй менән олатай ҙа хәҙер улар. Әйткәндәй, беҙ барғанда унда ҡунаҡҡа Аяз ейәндәре ҡайтҡайны. Ул хәҙер ауылда олатай менән өләсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Ете йәшлек кенә булыуға ҡарамаҫтан, баҡсала һыу ҙа һибешә, түтәлдәрҙе лә уташа.

Үҙҙәре лә эшһеҙ тормай, балаларын да эш менән тәрбиәләйҙәр Баһауетдиновтар. Балаларын үҫтергәндә ҡәйнә-ҡайныһының ярҙамын ныҡлы тоя Гүзәл апай. Ҡәйнәһе менән 15, ҡайныһы менән 10 йыл бергә йәшәйҙәр.

–Балаларҙы үҫтергәндә ҡәйнәм өйгә алтын йоҙаҡ булды. Беҙ эштә саҡта балаларҙы ул ҡараны. Изгелеген онотмайым. Мин һауынсы ла булдым, магазинда ла эшләнем. Ирем колхозда механизатор булып хеҙмәт итте, – ти Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы.

 Колхоз тарҡалғас, Рәмис ағай  “Роснефть” предприятиеһына водитель булып эшкә урынлаша.  Гүзәл апай ҙа  хаҡлы ялға сыҡҡансы  шул ойошмала тир түгә.

Төп йорттоң ҡотон арттырып, нигеҙен һыуытмай  ғүмер итә Баһауетдиновтар.  Бөгөн бында балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең юлы өҙөлмәй икән, тимәк, тормош үҙ ағышы менән дауам итә.  

Туған йәнле, туғанды туған итә белеүҙәрен иҫбатлап тағы ла бер күренеш тураһында яҙып үткем килә. Рәмис ағайҙың ауылда бер туған Рәсүл ағаһы тормош иптәше Гөлсиә ханым менән донъя көтә. Эш булһынмы, байраммы, Ҡөрьән аштарымы – барыһын да бергәләшеп үткәрәләр. Ағай менән ҡустының ғына түгел килендәштәрҙең дә татыулығы, дуҫлығы һоҡландырҙы.

Һүҙебеҙгә ҡеүәт итеп, беҙ һөйләшкән арала Гөлсиә апай менән Рәсүл ағай килеп керҙе. Шунда уҡ улар сәй табынының түренән урын алды. Туғанлыҡ ептәренең көслө булыуында, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй белеүендә лә бит ул йәшәү йәме, мәғәнәһе.

Әсәһенең 1958 йылда сигелгән эшен дә һаҡлай

Өйҙөң ҡото, йәме ҡатын-ҡыҙға ныҡ бәйле. Ир тапҡанды ҡәҙерләп һаҡлай белеүҙә лә сағыла бәрәкәтле донъя. Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы йәш сағынан йортоноң тирә-яғын шау-сәскәгә күмеп матурлау тураһында хыяллана һәм теләге тормошҡа аша. Ихатаһында ҡайҙа ғына ҡараһаң да, төрлө төҫтәге сәскәләр үҫеп ултыра.

Уның матурлыҡҡа ынтылышы ҡул эштәренә оҫталығында ла сағыла. Әсәһе Разия Таһированың 1958 йылдың декабрендә үҙ ҡулдары менән сиккән түр пәрҙәһе лә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.

Заманында ҡыҙҙарға бирнәгә тип тә сигеп, кәрәк-яраҡтар әҙерләгәндәр.

Сигеү эшенә өйрәнеү ҙә Гүзәл апайҙың күптәнге хыялы була. Күҙ яуын алырлыҡ   мендәрҙәрен беҙ ҙә күрҙек.  

–Әсәйем йәш сағында сигеү сиккәс,  минең  дә ошо һөнәргә ҡыҙыҡһыныуым булды.  Кейәүгә сыҡҡас, уға өйрәндем. Элек   туйға сигелгән мендәрҙәр бүләк итеү йолаһы бар ине бит. Ошо маҡсат та был  эшкә этәргәндер. Үҙебеҙҙең райондың Тамъян-Таймаҫ ауылынан  иремдең еңгәһе Ғәйнисафа апайға барып бер көн, бер төн өйрәндем. Төртөп эшләй торған сигеү күңелемә ятты. Өйгә ҡайтып үҙем тотонғас, яйлап оҫталығым да артты.  Ныҡ оҡшай ине ул миңә. Ферманан ҡайта инем дә, өйҙәге мәшәҡәттәрҙе бөтөп, сигеүгә ултыра инем. Сигелгән мендәрҙәрҙе ҡыҙыма бирнәгә лә биреп  ебәрҙем, – тип һөйләне Гүзәл апай.

Үҙе өйрәнеп кенә ҡалмай, артабан үҙенең  ҡыҙында ла ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу уята ала әсәй кеше. Ҡыҙы Алһыу диван япаларын да оҫта итеп бәйләй, косынкалары ла күҙ яуын алырлыҡ.

Ҡыҙ кешегә ҡул эшен белергә кәрәк тигән фекерҙә ул.

Бер төптән матур итеп йәшәүҙең сере менән дә бүлеште Баһауетдиновтар.

– Берең әйткәндә, икенсеңә шымып торорға, бер-береңә юл ҡуйырға кәрәк. Шул ваҡытта тормош алға бара, – ти  улар.   

Шуға уларҙың ҡорған ояларының да нигеҙе ныҡ.

Автор фотолары.

 

 

  

 

 

 

 

"Был ҡыҙ минеке буласаҡ!"
"Был ҡыҙ минеке буласаҡ!"
"Был ҡыҙ минеке буласаҡ!"
"Был ҡыҙ минеке буласаҡ!"
"Был ҡыҙ минеке буласаҡ!"
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас