

Бөгөн Өфөлә, Республика көнө уңайынан, Ағиҙел аша Көньяҡ күпергә йәнәш булған иҫке күперҙе яңыртыу эштәрен тамамлау һәм файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы булды.
Ул эргәләге күперҙәрҙән айырылып тора – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән уның боронғо аркаһы һаҡлап ҡалынды. Арканың төньяҡ осона “1953 – 1956” тип – йәғни уның ҡасан һалынған йылдары, ә көньяғына “2022 – 2025” тип реконструкциялау осоро яҙып ҡуйылған. Уның ҡала яғынан башланған осонда күгәрсен осороп тороусы ҡыҙҙың элекке һыны ла ҡабаттан эшләнгән.
“Иң тәүҙә барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ, беҙ республикабыҙ менән ғорурланабыҙ”, – тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында. – “Беҙ бөгөн үтә мөһим ваҡиғаның шаһиттары булып торабыҙ – капиталь ремонттан һуң аркалы күперҙе асабыҙ. Әйтергә кәрәк, беҙ транспорт проблемаларын хәл итеүҙә бик тә әүҙем эшләнек. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға рәхмәт, сөнки бына ошондай ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу уның ярҙамы менән башҡарыла. Был күпер ҙә федераль аҡсаға төҙөлдө. Төҙөүселәргә лә ҙур рәхмәт, күперҙәр төҙөү киләсәктә лә дауам итер әле тип күҙаллайбыҙ”.
Радий Хәбиров “Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәтенең ошо объектты төҙөүҙә ҡатнашҡан 30-сы күпер төҙөү отрядының бер төркөм эшсеһенә һәм хеҙмәткәренә маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Артабан Өфө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев видеостенд янында оҙонлоғо 100 метрҙан ашҡан ошо күперҙең тарихы һәм бөгөн, реконструкциянан һуң, ниндәй сифаттарға эйә булыуы тураһында һөйләне.
Традицияға ярашлы, яңы объекттың ҡоймаһына шампан шарабы шешәһен бәреп ватҡас, Радий Фәрит улы күперҙең көнъяҡ осондағы хәрәкәтте тыя торған юл тамғаһын (“ҡыҙыл кирбес”) уның икенсе яғына яҙылған “Юл асыҡ” тигән эмблемаға алмаштырҙы. Шунан һуң күперҙә хәрәкәт башлауға старт бирелде. Тәүҙә ауыр йөк машиналары, артабан элекке замандан ҡалған һәм хәҙер раритет сифатында файҙаланылған еңел автомобилдәр, артабан заманса машиналар үтте.
Яңыртылған күперҙе асыу тантанаһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм республика парламенты депутаттары, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Автор фотолары.