

11 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Калинин районында Ильич скверын һәм мозаика фонтанын реконструкциялау барышы менән танышты. Йәмәғәт киңлеге Нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял паркында, 1 Май һәм Александр Невский урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
1975 йылда бында Совет модернизмы стилендә мозаика фонтанын төҙөйҙәр. 2000 йылда был ҡоролма ябыла, 2024 йылда уны реконструкциялау башлана.
Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев эш барышында уникаль биҙәк һәм фонтандың формаһы һаҡлап ҡалыныуын билдәләне. Заманса техник йыһазландырыу яҡтылыҡ-музыка шоуын үткәрергә лә булышлыҡ итә. Иҫке мозаика стеклониттан эшләнгән була, реконструкция барышында уны заманса һәм сифатлы материал - смальтаға алмаштыралар.
Радий Хәбиров Калинин районында йәшәүселәр менән аралашты. Улар төбәк етәксеһенә ҡаланың төньяҡ өлөшөн төҙөкләндереүгә иғтибар бүлгән өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Беҙҙең биҫтәләр һиҙелерлек итеп үҙгәрә, төп парктар һәм ихаталар ремонтланды. Спорт һәм балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Өфө йылдан-йыл матурлана, - ти ҡала халҡы.
Республика Башлығы Өфө парктарын төҙөкләндереүҙе ҡала ситенән башлау дөрөҫ булыуын белдерҙе.
-Тәүҙә беҙ Черниковкала, Затонда, Сипайловала йәмәғәт киңлектәрен тәртипкә килтерҙек, унан һуң ғына төҙөкләндереү менән үҙәккә килдек. Әле башҡараһы эштәр күп. Ҡалала йәшәүселәрҙең ҡәнәғәт булыуы һәм уңайлы шарттарҙа йәшәүе бик мөһим, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Олег Яровиков.