

Бер көн күршем килеп инде. Улының өйләнергә йөрөгәнен белә инек. Шул туй мәшәҡәте менән башы ҡайнап йөрөгән мәле. Тик уның һөйләгән һүҙҙәре күңелемә бик ятманы.
Баҡһаң, буласаҡ килене кейәүенән мәһәргә 200 мең һум аҡса һораған икән. Егет бының менән килешкән һәм никах ваҡытында был аҡсаны бирергә вәғәҙә иткән. Тик бына әсәһе белеп ҡалған да, тауыш сығарған.
– Оялмайынса улымдан 200 мең һум аҡса һорап ултыра ла ул. Беҙ кейәүгә сыҡҡан саҡта көмөш алҡаға, мең тәңкәгә риза инек. Бына тигән итеп йәшәнек барыбер. Йәштәр бигерәк шашҡан, – ти күрше.
– Һуң тәүҙә киленем шәп, яҡшы ғаиләнән, тәртипле, белемле ти инең бит...
– Шәплеген шәп ине лә, тик шул сама аҡса һорағаны оҡшаманы. Накалка! – ти был.
– Ә улың нимә ти? – тип һорайым. Егеттең Себерҙә һәйбәт кенә эшләп йөрөгәнен, туйҙы әсәһенә көс төшөрмәй, тулыһынса үҙ иҫәбенә үткәрәсәген белә инем.
– Ул ней риза. Ғашиҡ булып күҙенә бер нәмә күренмәй. “Әсәй, ул юғары белемле табип, һөнәре буйынса эшләп йөрөй, үҙе аҡыллы, үҙе сибәр. Мин уны яратам. Һораһа 500 мең һум бирергә лә ризамын”, – тип әйтә. Киленгә был турала бер һүҙ ҙә өндәшмәҫкә ҡушты. Аптырайым, – ти.
Күршемә йәштәр араһына ҡыҫылма, улың риза булғас өндәшмә тип кәңәш бирҙем, әлбиттә. Тыңлармы инде. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мәһәр күпме булырға тейеш? Миндә ҡыҙҙар етеп килә. Улар ҙа үҙ баһаһын белеп мәһәр һораһалар һәйбәт булыр ине. Әллә малайҙар әсәһенә был оҡшамаймы икән?