Йәмғиәт
14 Октябрь 2025, 17:30

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә

Күптәр балан быҡтырғандағы еҫте яратмай, әммә емешен үҙ итә. Түбәндәге кәңәштәр һеҙҙең өсөн.

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргәБалан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә
Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә

Баланды йыуып, банкаларға тултырырға, ҡапҡасын ҡаплап, һыулы һауытҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуйырға. Утта 3-4 сәғәт тоторға кәрәк.

Баландың ҡабығы ла ҡупмай, иҙелмәй ҙә, һөйәге лә йомшара. Һыу ҙа, шәкәр ҡомо ла һалынмай. Бәлеш һалғанда шәкәр ҡомон үҙегеҙ күпме теләйһегеҙ, шунса ҡуша алаһығыҙ.

Сығанаҡ: "Һәнәк" журналы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас