Йәмғиәт
14 Октябрь 2025, 17:00

Бесәй хужаһының сирен ала тиҙәр

Бесәйенең ярҙам итеүенә ышана Мөслимә апай...

Бесәй хужаһының сирен ала тиҙәрБесәй хужаһының сирен ала тиҙәр
Бесәй хужаһының сирен ала тиҙәр

Мөслимә апай ғүмер буйы һаулыҡҡа туйманы. Үҙен һаҡлап ҡына йәшәне гел. Һуңғы осорҙа аяҡтары һыҙлап үҙәгенә үтә. Уколдарын да алды, мазь менән ыуып ҡараны, әллә ни файҙаһын тойманы. Аяҡҡа көс төшмәһен өсөн таяҡҡа таянып йөрөй башланы. Һыҙланыуынан төндәрен уянып йоҡлай алмай ятты.

Һуңғы осор төндәрен аяғына бесәйе килеп ятыуына иғтибар итте. Аяғын йылытып ҡына ятҡас, Мөслимә апай ойоп ҡына тынысланып йоҡлап китте,  аяғының һыҙлауы баҫылғандай тойолдо. Бесәй бөтә нәмәне тоя тиеүҙәренә ышанып ҡуйҙы. Был бесәйен көҙгө һыуыҡ көндә ишек төбөндә ҡысҡырып торғанында йәлләп өйөнә кереткәйне. Йыуындырып ашатып алғас, күркәмләнеп китте. Яңы йән эйәһе килеп ингәс, өйгә лә  йәм керҙе.  

Төндәр буйы үҙәгенә үткән һыҙлауы баҫылғас, тормош йәмләнеп киткән һымаҡ булды. Аяғы ауыртыуы яйлап  бөттө, ләкин бер көн килеп бесәйе юғалды. Элекке һымаҡ ашамай башлауына, ябығыуына  иғтибар иткәйне Мөслимә апай. Бер ҡасан да өйгә ҡайтмаған бесәйен эргә-тирәнән дә эҙләне, ләкин таба алманы. Бер көн йылға буйына ҡаҙҙарын алып сыҡһа, бәрәңге баҡсаһының башында ғына үлеп ятҡан бесәйен күреп йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы.

Минең ауырыуҙарымды үҙенә алып, был донъянан китеп барҙы бесәйем, тип һөйләне Мөслимә апай. Был ысынлап та шулаймы әллә тура ғына килдеме  икән? Һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас