+20 °С
Болотло


Алдағы тәүлектә Башҡортостанда хәүефле һауа торошо, ямғыр һәм томан көтөлә, тип иҫкәртә Башҡортостандың Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығы.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә республикала урыны менән көслө ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +8, +13 градус.
Автомобиль юлдарында ямғыр һәм томан ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.
Г. Дауытова фотоһы.