Йәмғиәт
17 Октябрь 2025, 16:35

Max мессенджерының көн дә 20 миллион кеше ҡуллана

Был хаҡта Дәүләт Думаһындағы сығышында Рәсәйҙең һанлы үҫеш министры Максут Шадаев хәбәр итте. Министр әйтеүенсә, бындай юғары күләмгә ҡыҫҡа ваҡытта өлгәшелгән.

Max милли мессенджеры йылдам үҫеүен күрһәтә: уны көн һайын 20 миллион самаһы кеше ҡуллана.

Был хаҡта Дәүләт Думаһындағы сығышында Рәсәйҙең һанлы үҫеш министры Максут Шадаев хәбәр итте. Министр әйтеүенсә, бындай юғары күләмгә ҡыҫҡа ваҡытта өлгәшелгән.

Ул, айырым ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, проект өҫтөндә платформаны даими камиллаштырыу менән шөғөлләнгән ҙур белгестәр командаһы эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

15 октябргә ҡарата мессенджерҙа 45 миллион ҡулланыусы теркәлгән, һәм был һан арта бара, тип хәбәр итә ТАСС.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-10-17/shadaev-ezhednevnaya-auditoriya-messendzhera-max-dostigla-20-mln-polzovateley-4431063

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас