+20 °С
Болотло


Өфөлә 52 йәшлек ҡатын тәүге тапҡыр әсәй булған. Бала ҡала клиник перинаталь үҙәгендә тыуған. Был турала акушер-гинеколог Ирина Шәйхиева һөйләгән.
"Минең практикала бындай хәл тәүге тапҡыр! Тәүге тапҡыр пациент 52 йәшендә әсәй булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ашығыс операция яһаныҡ. Сабый етлекмәй тыуҙы", - тип яҙа ул үҙенең телеграм-каналында.
Яңы тыуған сабыйҙың енесе һәм башҡа мәғлүмәттәр хәбәр ителмәй.
Әсәне ҡотлайбыҙ! Сабый һау-сәләмәт үҫһен!
Фото: видеонан скриншот.