

Өфөлә йәмәғәт эшмәкәре, йырсы, Башҡорт йәштәре союзының элекке лидеры, эшҡыуар Ринат Байымов ҡапыл вафат булған. Уға 64 йәш ине. Үлем сәбәптәре әлегә билдәле түгел.
Ринат Шәмхетдин улы Байымов 1961 йылдың 16 майында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтында вокал класы буйынса уҡый. Күп кенә сараларҙа йырсы булараҡ сығыш яһай, уның визит карточкаһы булып “Башҡортостан” йыры тора. 1998 - 2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының симфоник оркестры солисы була.
1990 йылдарҙа Ринат Байымов Башҡорт йәштәре союзына етәкселек итә. 1991-1992 йылдарҙа “Башҡортостан” киностудияһының тәүге директорҙарының береһе була, 2011-2013 йылдарҙа Өфө Конгресс-холы менән етәкселек итә.
“ГорОбзор” баҫмаһы яҙыуынса, 30 сентябрҙә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Ханов вафат булғандан һуң Ринат Байымов "беҙ тиҙҙән осрашырбыҙ" тип яҙа.
"Ҡайғырма. Тиҙҙән осрашырбыҙ. Мин һине хөрмәт итәм һәм дуҫлығыбыҙ менән ғорурланам. Дуҫым", тип яҙған ине Ринат Байымов.
Ринат Байымов менән хушлашыу йәкшәмбе, 19 октябрҙә, “Торатау” конгресс-холында уҙа.
Беҙ уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.