Йәмғиәт
18 Октябрь 2025, 18:30

Атай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята

 “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа”, ти ете бала атаһы.  Йәш атайҙарға уның кәңәштәре урынлы булыр.

Атай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ятаАтай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Атай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята

Иглин районының Һарт-Лабау ауылында Әлфиә менән Илдар Нуреевтарҙың күркәм ғаиләһе йәшәй. Ҙур, матур йорт, ҡараулы донъя ғына түгел, иң мөһиме, ғаилә ағзалары араһындағы үҙ-ара йылы мөнәсәбәте һоҡланыу уята.

Илнур, Айнур, Рамаҙан, Даян, Рания, Дистан, Байтуған исемле тәрбиәле балалар үҫә был ғаиләлә. Иң өлкәненә 20 йәш, иң кесеһенә 2 йәш тулып килә. Илнур менән Айнур бөгөнгө көндә Өфөлә колледжда белем алалар.

Ғаилә башлығының өлгөлө атай, ышаныслы ир була белеүенә лә бәйле донъяларының ныҡлығы. Илдар хәҙрәт үҙе лә бәләкәйҙән дини ғаиләлә тәрбиәләнгән. Биш йәшендә үк ул доғалар белгән. Үҙе лә иманлы ғаилә ҡороп, иманлы балалар үҫтерә.

Башҡорт дәүләт педагогия институтының физкультура факультетын тамамлаған Илдар Нуреев тәүҙә мәктәптә уҡытыусы, һуңынан клубта аккомпаниатор булып эшләй. Бөгөнгө көндә ул - ауыл мәсетенең имам-хатибы.

– Атай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Атай бөтә яҡлап үрнәк булырға тейеш. Һүҙ менән түгел, ә тормошо, башҡарған ғәмәлдәрең менән өлгө күрһәтеү мөһим. Эшләгәндә балалар менән бергә йөрөһәң, ошо рәүешле уларға тәрбиә һеңә. Үҙемдең физкультура уҡытыусыһы булыуым улдарымды физик яҡтан ныҡлы булып үҫеүҙәренә йоғонто яһай. Беҙҙең өй эсендә лә, тышта ла турник бар. Үҙем дә шөғөлләнәм, миңә ҡарап улдарым да физкультура һәм спортты яратып үҫә, – ти күп балалы атай.

Был ғаиләлә балаларҙың төрлө яҡлап үҫешкән булыуы иғтибар үҙәгендә. Район үҙәгендәге музыка мәктәбенә дәрестәргә йөрөтөү ҙә атайҙың иңендә. Әлеге көндә Дания бейеү, Даян менән Рамаҙан ҡурай дәрестәрен ала.

“Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа” тигән фекер менән атай кеше килешә.

– Элегерәк бер таныш ошондай фекер әйткәйне: “Бәләкәй балалар – бәләкәй проблема, ҙурайғас, ҙур проблемаға әйләнәләр”. Мин шул ваҡытта уҡ уның был фекере менән килешмәнем. Баланы проблема тип үҫтерергә ярамай, сабыйҙар ҡыуаныс, йыуаныс килтерә, тип яҡшы ниәт менән тәрбиәләргә кәрәк. Бала үҙ ризығы менән тыуа, тигәндәре дөп-дөрөҫ. Үҙенә генә түгел ата-әсәһенә ә унан өлөш сыға әле. Атайҙар көнө менән ҡотлап, бөтәһенә лә абруйлы атай булыуҙарын теләйем. Әлбиттә, бының өсөн үҙеңә лә эшләргә кәрәк, – тине Илдар Нуреев.

Бөгөнгө әңгәмәсем кеүек яуаплы, иманлы, кешелекле атайҙар булғанда барлыҡ балалар ҙа бәхетле булыр ине. Әйткәндәй, ул бынан ике йыл элек “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалы менән наградланды.

Фотолар ғаилә архивынан.  

 

 

Атай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Атай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Атай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Атай кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас