

Бөгөн, 18 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта, «Авангард» сәнәғәт предприятиеһы майҙансығында булды.
Төбәк етәксеһе завод биләмәһен ҡараны һәм ваҡиға шарттарын оператив хеҙмәттәр вәкилдәре менән тикшерҙе. Мәғлүм булыуынса, бында шартлау һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған, тағы ла алты кеше зыян күргән. Майҙансыҡта хоҡуҡ һаҡлау органдары эксперттары эшләй.
Бөтә зыян күреүселәргә, шулай уҡ һәләк булғандарҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
– Кисә етди ғәҙәттән тыш хәл булған Стәрлетамаҡ «Авангард»ы - айырым хеҙмәт шарттары булған предприятие. Ул шартлатҡыс матдәләр менән шөғөлләнә. Көслө шартлау һөҙөмтәһендә биналарҙың береһе емерелде, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, әлбиттә, кешеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс кеше һәләк булған, барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар. Улар араһында 2002 йылда тыуған ҡыҙ ҙа бар. Ике ҡатындың балалары ҡалған. Предприятие тейешле ярҙам сараларын күрһәтәсәк, мотлаҡ компенсация түләнәсәк. Һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашам. Биш кеше дауаханала ята. Беҙ уларҙы Өфөгә күсерергә ҡарар иттек. Икеһенең хәле ярайһы уҡ ауыр, ҡалғандарының уртаса ауырлыҡта. Ғүмергә хәүеф янамай, беҙ уларҙы дауалайбыҙ, аяҡҡа баҫтырасаҡбыҙ.
Төбәк етәксеһе шартлауҙың сәбәптәре хаҡында ла һөйләне.
– Әле тикшереү эштәре бара. Был пилотһыҙ осоу аппараты һөжүме булыуы тураһында төрлө фекерҙәр бар. Юҡ, шартлау булған, уның сәбәптәрен хәҙер криминалистар тикшерә. Завод ярайһы уҡ иҫке, әммә ул мөһим дәүләт бурысын үтәй. Бында ҙур күләмдә эштәр башҡарырға кәрәк һәм беҙ предприятиеға кәрәкле подряд ойошмаларын билдәләргә ярҙам итергә әҙербеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Зыян күреүселәрҙе емереклектәр аҫтынан алып сыҡҡанға тиклем бында төн буйы эшләгән оператив хеҙмәттәргә рәхмәт белдерәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ауыр хәлдәр була. Шуға ҡарамаҫтан, предприятие илебеҙ өсөн бик кәрәкле һәм талап ителгән продукция сығарыуын дауам итәсәк.
Фото: glavarb.ru