Күп дин әһелдәре ноҡот һалыу ярамай тиһә, икенселәре диндә ноҡот һалыу тыйылмай, тиҙәр. Әммә халҡыбыҙҙа элек-электән ноҡот һалыу булған, бар һәм буласаҡ та. Әммә уны кәрт һалыу менән бутарға ярамай.
Төрлө райондарға командировкаларға сыҡҡанда һәр саҡ ҡыҙыҡлы шөғөлдәре булған, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен дауам иткән, им-том менән шөғөлләнгән кешеләр хаҡында һорашам, уларҙы табып, осрашырға тырышам. Был юлы ла Баймаҡ районының Һәмән ауылына барғанда ноҡот һалған Гөлгөнә Шәрип ҡыҙы Асҡарова менән танышырға тура килде. Әйткәндәй, уның юрауҙары тура килә, ти ауылдаштары.
Баймаҡ районының Күгиҙел ауылынан Һәмәнгә 1971 йылда килен булып төшә. Тормош иптәше Батыр Асҡаров менән өс бала үҫтерәләр, әле дүрт ейән -ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Ноҡот һалырға өләсәйенән өйрәнә, ауылдаштары күпселек малдары йә иһә ниндәйҙер әйбере юғалһа, уға мөрәжәғәт итә.
-Ноҡот һалыуҙы күңелем ҡушыуы, ауылдаштарым үтенеп һорап килһә генә һалам, - ти әңгәмәсем. - Уларҙың күбеһе төшөнкөлөккә бирелеп, аптырғандан да килә. Шундай ваҡытта нисек уларҙы кире бороп сығарырға. Таштарымды алып, улар нимә әйтә, шуны еткерәм. Кемдер ҡыуанып, малын йәки әйберен табып, ҡайтаан килеп рәхмәттәр әйтеп китә.
Кемдер халҡыбыҙҙың боронғо им-томдарын инҡар итә, әммә шуны оноторға кәрәкмәй: элек-электән халҡыбыҙ араһында шифалы доғалары менән өшкөргән, имләгән, ҡот ҡойған, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, ҡот ҡойған, ноҡот һалған кешеләр һәм кендек инәйҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имселәренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.
Шуға күрә һәр кем үҙе хәл итергә тейеш: ноҡотсоға барырғамы, ҡот ҡойҙорторғамы, әллә уны тәнҡитләргәме...
Автор фотоһы.