

Башҡортостан, Мәскәүҙән тыш, 2026 йылғы президент гранттарының беренсе конкурсында ҡатнашыу әүҙемлеге йәһәтенән алда бара. Республикалағы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәттәренең 636 ғаризаһы Президент гранттары фонды сайтында теркәлгән. Беҙҙең республиканан һуң – Омск өлкәһе (507), өсөнсө урында – Белгород өлкәһе (378 ғариза).
Ғаризаларҙы ҡабул итеү 15 октябрҙә тамамланды. Һөҙөмтәләр киләһе йылдың ғинуарында билдәле буласаҡ. Февралдә еңеүселәр проекттарын тормошҡа ашыра башлаясаҡ.
Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған йәмғиәттәре проекттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә, студенттарҙы имтихандарға әҙерләүгә, Икенсе Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостандан партизандар рәтендә һуғышҡандар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе таратыуға йүнәлтелгән. https://606.su/ZukS һылтанмаһы буйынса инеп, республикабыҙҙан тапшырылған ғаризалар исемлеге менән танышырға була.
“Президент гранттары конкурсы һәр саҡ ҡатмарлы һәм көнәркәшлек ҙур. Башҡортостандан күп кенә проекттар ярҙам алыр тип ышанабыҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина.
Сығанаҡ, фото: БР Йәмәғәт палатаһы.