Йәмғиәт
20 Октябрь 2025, 17:25

Өфөлә элекке тирмән бинаһы һатыла

Баш ҡалала мәҙәни мираҫ объектын – элекке тирмән бинаһын һатыуға ҡуйҙылар, минималь хаҡы – 76,6 миллион һум.

Өфөлә элекке тирмән бинаһы һатылаӨфөлә элекке тирмән бинаһы һатыла
Өфөлә элекке тирмән бинаһы һатыла

Баш ҡалала мәҙәни мираҫ объектын – элекке тирмән бинаһын һатыуға ҡуйҙылар, минималь хаҡы – 76,6 миллион һум.

Сельдимировтың тирмән бинаһы ҡаланың Салауат Юлаев проспекты менән Октябрь Революцияһы урамы киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Өс ҡатлы был объекттың подвалы ла бар, дөйөм майҙаны – 506,1 квадрат метр, ул тирә-яғындағы 1,4 квадрат метрлы ер биләмәһе менән бергә һатыла.

Тирмән ХIХ быуат аҙағында төҙөлгән, 1917 йылдан һуң уны дәүләт ҡарамағына алалар һәм ул крахмал, һыра етештереү цехы итеп файҙаланылған. Әлеге ваҡытта буш тора.

Уны һатып алыусыға “РФ халыҡтарының мәҙәни мираҫ (тарих һәм мәҙәниәт иҫтәлектәре) объекттары тураһында”ғы Федераль закон талаптарын мотлаҡ үтәү бурысы ҡуйыла.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас