

Ейәнсура районының Ғәббәс ауылы йәштәре аҡса йыйып, сәңгелдәк һатып алған. Шунан уны Түмәләс тауына урынлаштырған. Был хаҡта Ғәббәс ауыл клубы төркөмө хәбәр итә.
"Ҙур рәхмәт һеҙгә, ауыл йәштәре! Ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ғаилә именле, оҙон бәхетле, бәрәкәтле, парлы ғүмер теләйем. Алдағы көндәрҙә лә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашығыҙ. Алдағы көндәрҙә уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын Аллаһ бирһә! Йәштәрҙең дә, ауыл халҡының да матур ял итеү урыны булһын Түмәләс тауындағы бәүелсәк", - тип яҙалар төркөмдә.
Афарин, ғәббәстәр!
Сығанаҡ: Ғәббәс ауыл клубы төркөмөнән.