Йәмғиәт
20 Октябрь 2025, 11:25

Юғары уңышҡа өлгәштеләр

Башҡортостан биләмәләре “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” бөтә Рәсәй конкурсында призлы урындар яуланы. 

Юғары уңышҡа өлгәштеләрЮғары уңышҡа өлгәштеләр
Юғары уңышҡа өлгәштеләр

Башҡортостан 2024 йылда “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы ҡатнашты. Был хаҡта 20 октябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

– Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге федераль конкурс комиссияһы илдең 29 төбәгенән 50 иң яҡшы башланғысты һайлап алды. Республика муниципалитеттары өс призлы урын яуланы, – тине Радий Хәбиров.

Мәҫәлән, Бишбүләк районының Каменка ауыл советы “Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡтың уңайлы йәшәү мөхитен тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү” номинацияһында беренсе урын өсөн 20 миллион һум күләмендә федераль финанслау алды.

Әбйәлил районының Ташбулат ауыл советы “Муниципаль берәмек территорияһы менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу” номинацияһында икенсе урын яуланы һәм 15 миллион һум аҡса йәлеп итте.

Дүртөйлө ҡалаһы “Һанлы технологиялар һәм платформалы ҡарарҙар индереү юлы менән ҡала хужалығын яңыртыу” номинацияһында дүртенсе урын алды (“Аҡыллы ҡала”) һәм 20 миллион һум.

– Конкурста ҡатнашҡан һәм иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән һәр кем яҡшы. Беҙҙең муниципалитеттарға бөтәһе 55 миллион һум федераль средстволар бүленде, – тине республика Башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас