Йәмғиәт
21 Октябрь 2025, 14:35

Ҡасан ныҡлап һыуыта?

Октябрь аҙағы, ноябрь, декабрь башы. Ниндәй һауа торошо көтөлә?  Синоптиктар ниндәй фараз ҡыла?

Ҡасан ныҡлап һыуыта?Ҡасан ныҡлап һыуыта?
Ҡасан ныҡлап һыуыта?

Октябрь аҙағы, ноябрь, декабрь башы. Ниндәй һауа торошо көтөлә?  Синоптиктар ниндәй фараз ҡыла?

Октябрҙең һуңғы көндәрендә яуым-төшөмһөҙ йылыраҡ һауа торошо көтөлә. Көндөҙ +10 градусҡаса йылыта. Ә айҙың иң һуңғы көнөндә хатта төндә лә, көндөҙ ҙә бер төрлө температура торасаҡ.

Ноябрь башында һалҡынайта. 7 ноябрҙә 0 градусҡаса төшә, шунан көндөҙ ҙә 0-дән түбәнерәк төшә башлай. 9 - 14 ноябрҙә ҡар яуыуы фаразлана. Ай уртаһында ҡапыл ныҡ һыуыта  -13 градусҡаса төшә, ә төндә инде -20 градус. 17 ноябрҙән тағы йылыта. Ҡар ҡатыш ямғыр һәм һауа температураһының +3 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә.

Ҡыш ныҡлап 22 ноябрҙә килә, ти белгестәр. 28 ноябрҙә көндөҙ -10 градус һәм унан түбәнерәк, төндә -22 градусҡаса туңдыра.

Декабрҙең беренсе көнө һыуыҡ ҡына - төндә -21, көндөҙ -14 градус тирәһе. Артабанғы көндәрҙә йылыраҡ -6 градус, ә төнөн -15 градус.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас