Йәмғиәт
21 Октябрь 2025, 16:30

Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ: фәҡирһегеҙме, юҡмы...

Бер депутат халыҡ яҡлы булып сыҡты. Кем ул? Фәҡирлек сиген нисә һумға баһалай? Шул турала уҡығыҙ.

Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ: фәҡирһегеҙме, юҡмы...Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ: фәҡирһегеҙме, юҡмы...
Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ: фәҡирһегеҙме, юҡмы...

Статистик отчеттарға ярашлы, фәҡирлек сиге – айына 16 мең һумдан ашыуыраҡ. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре Сергей Миронов бының менән килешмәй. Ни өсөн?

Күптән түгел ул үҙенең сығышында айына 43 мең һумдан да аҙыраҡ килем алған кешеләрҙе фәҡир тип классификацияларға тәҡдим итте.

Йәшәү минимумы, икенсе төрлө әйткәндә – фәҡирлек сиге алдағы йылдың медиан килеменең (ойошмала иң ҙур һәм иң бәләкәй эш хаҡтары араһында урталыҡта торған хеҙмәт хаҡы) 44,2 проценты тип алына, быйылға ул күрһәткес бер кешегә 16 863 һум тәшкил итте.

“Фәҡирлек сиген “Росстат”тың бөгөнгө методикалары буйынса түгел,  ә ғәмәлдә сарыф ителгән ҡулланыу сығымдарына анализ нигеҙендә билдәләргә кәрәк”, – ти Сергей Миронов.

 Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас