Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 18:05

Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!

Байтаҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп ҡайттыҡ.

Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!

Бүздәк районындағы Ҡаңны-Төркәй - 570 йыллыҡ тарихы булған ҙур ауыл. Бөгөн дә замандың ҡаты елдәренә бирешмәй йәшәй белә ул. 2011 йылдан ауыл биләмәһе башлығы булып хеҙмәт итеүсе Ғәли Шәғәлиев тә ауылды төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирә. Халыҡ менән берлектә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла даими ҡатнашалар. Киләһе йылда ла ошо программа ярҙамында Ҡаңны-Төркәйҙә халыҡҡа ял итеү өсөн парк булдырырға ниәтләйҙәр.

Балалар кәмегән заманда урта мәктәптәре булыуҙары ла ҙур ҡаҙаныш. Хәким Ғиләжев исемендәге мәктәп бинаһы быйыл эстән дә, тыштан да тулыһынса яңырыу кисергән, унда ҙур капиталь ремонт эштәре башҡарылған. Һәр кабинет заманса ҡорамалдар, йыһаздар менән тулыланған. Гөлзиә Әҙелгәрәева етәкселегендә берҙәм, көслө коллектив тупланған.

Бөгөнгө эш сәфәребеҙ мәлендә Афғанстанда хәрби хеҙмәт юлын үткән Шифа Минеғәлиев менән ойошторолған осрашыуҙа ла  ҡатнаштыҡ. Ауыл биләмәһе башлығы уға Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 35 йыллығына арналған юбилей миҙалын тапшырҙы.

Был тарафтар беҙҙең гәзитте алдырыуҙары менән дә яҡын. Заман ауырлыҡтарына һылтанмай, матбуғат баҫмалары менән  дуҫлыҡтарын өҙмәйҙәр.

Ҡаңны-Төркәй ауылы тураһында тулы мәҡәләбеҙҙе гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Ҡаңны-төркәйҙәр йәшәй белә!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас