Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 11:20

Ура, ял бирәләр!

Рәсәй халҡын оҙайлы ялдар көтә. Әммә... октябрҙең һуңғы эш аҙнаһында ялда ла эшләтәсәктәр.

Ура, ял бирәләр!
Ура, ял бирәләр!

3 һәм 4 ноябрҙә (дүшәмбе һәм шишәмбе) ял көндәре, ә 5-7 ноябрҙә (шаршамбынан йомаға тиклем) эш көндәре буласаҡ. 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә, ә өҫтәмә ял көнө 1 ноябрҙән (шәмбе) күсерелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Рәсәй Хөкүмәте хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыуы өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.

Шулай итеп, октябрҙең һуңғы эш аҙнаһы алты көнлөк буласаҡ, ә һуңынан өс көнлөк ял һәм өс көнлөк эш аҙнаһы көтөлә.

Оҙайлы ялдарҙы файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн алдан хәстәрлек күрегеҙ.

Фото: "Башинформ".

Автор: Карима Усманова
Читайте нас