Йәмғиәт
23 Октябрь 2025, 13:30

"Киләсәктә тағы ла күберәк изгелек ҡылырға ниәтләнәм"

тип яҙған йәмәғәтсе, блогер Рөстәм Нәбиев.  

"Киләсәктә тағы ла күберәк изгелек ҡылырға ниәтләнәм""Киләсәктә тағы ла күберәк изгелек ҡылырға ниәтләнәм"
"Киләсәктә тағы ла күберәк изгелек ҡылырға ниәтләнәм"

Ике миллиондан ашыу аудиториялы билдәле блогер Рөстәм Нәбиев үҙенең «Йәшәү көсө» исемле хәйриә фондын ойоштороуы тураһында яҙа. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шатлығын уртаҡлаша:

"Мин был хәбәрҙе бик оҙаҡ көттөм! Ниһайәт, мине ҡотларға була! Хәҙер минең исемдәге «Йәшәү көсө» хәйриә фонды бар. Киләсәктә тағы ла күберәк изгелек ҡылырға ниәтләнәм".

Рөстәм Нәбиев Юридик шәхестәрҙең Берҙәм дәүләт реестрына фондты ойоштороусы һәм етәксеһе сифатында индерелгән.

Афарин, Рөстәм! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Фото: Рөстәм Нәбиевтың шәхси сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас