Йәмғиәт
23 Октябрь 2025, 10:40

Шәфҡәт туташын мыҫҡыл итһәң...

Шаран районында бер ҡатындың дауаханаға тикшерелергә барыуы өс мең һумға төшкән...

Шәфҡәт туташын мыҫҡыл итһәң...Шәфҡәт туташын мыҫҡыл итһәң...
Шәфҡәт туташын мыҫҡыл итһәң...

Шаран районындағы бер ҡатын медицина хеҙмәткәренә мәсхәрәле һүҙ әйткәне өсөн өс мең һум штраф түләйәсәк.

Был турала Башҡортостан Прокуратураһы хәбәр итте.

Ыҙғыш быйыл августа урындағы дауаханала булған. Ҡатын травматолог-ортопедҡа ҡабул ителеүгә килгән, шул мәлдә ошондағы шәфҡәт туташына мәсхәрәләп һүҙ әйткән. Икенсе көнө был хәл тағы ҡабатланған.

Артабан төбәк прокуратураһы тикшереү үткәргән һәм “мәсхәрә итеү” статьяһы буйынса административ эш асҡан. Мировой судья тәрбиәһеҙ пациентҡа өс мең һум штраф түләүҙе билдәләгән.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас