

"Уңыш - ул яратҡан эш һәм ғаилә бәхете", - ти Стәрлебаш районынан алты бала әсәһе Евгения Хөсәйенова. Евгения Александровна фекеренсә, бөгөнгө заманда хәстәрлекле әсә булыу менән бер рәттән карьера төҙөү өсөн мөмкинлектәр ҙур.
Дүрт йыл элек ул райондың «СТБ Актив» йәштәр үҙәгенә етәкселек итә башлай.
- Үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡараным. Гәзиттә хәбәрсе лә булдым, матурлыҡ индустрияһында ла эшләнем, әммә йәштәр үҙәгенә килгәс, үҙемде таптым. Йәштәр, айырыуса үҫмерҙәр менән эшләү бик оҡшай, сөнки үҙем дә күп бала әсәһе булғанғалыр, уларҙы яҡшы аңлайым, - ти ул.
Евгения әйтеүенсә, эш уның өсөн аҡса табыу ысулы ғына түгел. Ул хатта бала ҡарау буйынса ял ваҡытында ла дистанцияла эшләүен дауам итә. "Һәр ҡатын әсә була һәм карьера төҙөй ала, иң мөһиме - үҙ көсөңә ышанырға, үҫеш мөмкинлектәрен эҙләргә кәрәк", - ти ул. Евгения йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы республика ата-әсәләр советы ағзаһы һәм райондың ата-әсәләр советы рәйесе булып тора, урында төҙөкләндереүгә, рус мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙа ҡатнаша.
Ире Ринат Йәүҙәт улы ла - әүҙем позициялы кеше. Ул МХО зонаһына гуманитар ярҙам йыйып алып барыу менән шөғөлләнә. Балалар ҙа ата-әсәһенең өлгөһөндә үҫә - спорт менән шөғөлләнәләр, район, республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулайҙар, мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар. Ҡыҙҙар йырлай, фортепианола уйнай, бал бейеүҙәрен өйрәнә. Малайҙар көрәш менән шөғөлләнә, футбол уйнай. Бар ғаилә менән социаль тормошта ҡайнап йәшәү балаларҙа аралашыу һәләтен үҫтерә, ваҡыттарын дөрөҫ итеп бүлергә, тормошта үҙ урындарын табырға өйрәтә, тип иҫәпләй күп балала ата-әсә.
Ғаиләгә лә, карьераны үҫтерергә лә ваҡытты нисек еткерергә, тигән һорауға Евгения, барыһы ла теләккә һәм эске торошҡа бәйле, тип яуапланы.
- Үҙ-үҙеңде табыуға ынтылыш бар икән, барыһына ла өлгөрөп була. Иң мөһиме - ваҡытты дөрөҫ итеп бүлеү һәм өҫтөнлөктәр ҡуя белеү, - ти ул. Евгения Александровна фекеренсә, бөгөнгө заманда хәстәрлекле әсә булыу менән бер рәттән карьера төҙөү өсөн мөмкинлектәр ҙур.
Сығанаҡ: "Башинформ".