

-“Башавтотранс” менән беҙ еңел булмаған юл үттек, - тине Радий Хәбиров. – 2018 йылда предприятиеның ауырлыҡтар кисергәнен барығыҙ ҙа хәтерләйҙер. Уның киләсәге тураһында һөйләшеүҙәр булды, төрлө фекерҙәр яңғыраны. Ошондай ҙур республикаға дәүләт пассажирҙар ташыусы предприятие булырға тейеш, тигән ныҡлы ҡарарға килдек. Сөнки һеҙ мөһим социаль бурыстар үтәйһегеҙ.
Төбәк етәксеһе “Башавтотранс”тың илебеҙҙең тәүге өс компаниялары иҫәбенә инеүен билдәләне. Көн һайын уның хеҙмәттәренән республикабыҙҙың 400 мең кешеһе файҙалана. Яҡынса 9 мең рейс башҡарыла. Предприятие штатында 5 меңдән ашыу хеҙмәткәр бар, уларҙың 2,2 меңе – водителдәр.
-“Башавтотранс”тың пассажирҙар ағымы бер ярым тапҡырға артты – йылына 125 миллион пассажирға тиклем етте, был яҡшы күрһәткес, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы предприятиеның уңышлы эшенең төп принцибын билдәләне. Ул – кешеләргә иғтибар.
- Надир Сәлимйән улына һәр ваҡыт (“Башавтотранс” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры) “иң мөһиме кешеләрҙе һаҡлағыҙ” тип әйтәм. Һеҙҙең коллектив - компанияның ышаныслы нигеҙе. Шуға ла берҙәм команда эшегеҙ өсөн һеҙҙе шәхсән тәбрикләргә килдем. Кешеләрҙең көндәлек тормошонда транспорттың ниндәй мөһим роль уйнағанын беләбеҙ, иртәнге юл тотош көндөң кәйефенә йоғонто яһай, - тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе шулай уҡ “Башавтотранс” автопаркын артабан яңыртыу, маршруттарҙың селтәрен киңәйтеү тураһында ла әйтеп үтте. Башҡортостандың барлыҡ халҡы исеменән коллективҡа намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.