

24 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика студент отрядтарының өсөнсө хеҙмәт семестрын тамамлау тантанаһында ҡатнашты.
Сара слет форматында уҙҙы, унда студент отрядтарының 500 командиры һәм яугире - төбәктә һәм унан ситтә тормошҡа ашырылған хеҙмәт проекттарында ҡатнашыусылар йыйылды.
Үҙенең телмәрендә республика етәксеһе йәштәрҙең эшсе һөнәрҙәрҙе үҙләштереүгә йәлеп ителгәнлеген билдәләне.
- Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары хәрәкәтен үҫтереү менән етди шөғөлләнеү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Мин үҙем совет осорондағы төҙөлөш отрядтарының береһендә элекке командир булараҡ бындай эштең мөһимлеген яҡшы аңлайым, - тине Радий Хәбиров. - Системалы ҡараш быйыл проектҡа 10 мең самаһы студентты һәм уҡыусыны йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Был эшмәкәрлекте артабан да киңәйтәсәкбеҙ.
Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең студенттар отрядтары хәрәкәтендә ҡатнашыуының мөһимлеген һәм төбәк иҡтисады өсөн ыңғай һөҙөмтәне билдәләне.
- Студенттар практика эшендә яҡшы күнекмәләр ала. Уларға уҡытыуҙы ойоштороу йәһәтенән ярҙам итергә тырышабыҙ, был маҡсатҡа федераль средстволар йәлеп итәбеҙ. Бындай хеҙмәт күп предприятиелар, тотош республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн бик мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Бынан тыш, студент отрядтарында ҡатнашыу ярайһы уҡ аҡса эшләргә мөмкинлек бирә. Һәм был, әлбиттә, коммуникацияларҙы үҫтереү өсөн бик яҡшы инструмент.
Слетта ҡатнашыусылар 2025 йылғы хеҙмәт семестрына йомғаҡ яһаны. Башҡортостандың студент отрядтары етәксеһе Элина Саматова һөйләүенсә, республикала йәштәрҙең һөҙөмтәле эшен ойоштороу өсөн Координация советы һәм оператив штаб булдырылған.
- Бергәләп 52 хеҙмәт проектын тормошҡа ашырҙыҡ, уларҙың һөҙөмтәһендә төбәктә 4 270 яңы эш урыны барлыҡҡа килде. Был студенттарға тыуған республикабыҙҙа эшләү, урындағы предприятиеларға һәм бизнесҡа үҫешергә ярҙам итеү өсөн яҡшы мөмкинлек, шулай уҡ йыл һайын федераль штаб булдырған студент отрядтарының һөҙөмтәлелек рейтингының мөһим өлөшө, - тип аңлатты Элина Саматова. - Яҡынса 850 студентыбыҙ Краснодар крайында, Ҡырымда, Татарстанда, Алтайҙа һәм Камчаткала эшләне. Яҡынса иҫәпләүҙәргә ярашлы, студент отрядтары республиканан ситтә аҡса эшләгән һәм 520 миллион һум самаһы аҡсаһын өйөнә алып ҡайтҡан.
2026 йылға планда - активистар һанын арттырыу һәм уларҙы эшсе һөнәрҙәргә уҡытыу. Атап әйткәндә, ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм сервис йүнәлешендә яңы отрядтар ойоштора башлағандар ҙа инде. Бөтәһе 140 отряд бындай эште алып бара, уларҙың 123-ө - юғары уҡыу йорттары нигеҙендә, 17-һе - урта һөнәри белем биреү базаһында.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров студенттарға хеҙмәт семестрында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе, хәрәкәт активистарына, төбәк предприятиеларына һәм ойошмаларына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе иң яҡшы студенттар отрядына ла Башҡортостан Башлығы байрағын тапшырҙы. Ул - М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Көньяҡ ел» хеҙмәт коллективы.
Сығанаҡ: БР Башлығы сайтынан.